Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Апрель 2021, 10:10

“Путин пособиеһы” яңыса түләнә

1 апрелдән 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итә ала. Рәсәй Президенты Владимир Путин март башында уҡ ошондай указға ҡул ҡуйҙы.Башҡортостанда уны 80 меңдән ашыу ғаилә алырға мөмкин. Был маҡсатҡа 13 миллиардтан ашыу һум талап ителә. Шуның 88 проценты федераль , 12-һе республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ.Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова белдереүенсә, әлегә был түләүҙе республикала 100 мең тирәһе ғаилә ала. Уларҙың килеме элекке кимәлдә ҡалһа, 45 меңгә яҡыны балаға - 10077 һум, 40 меңе - 7557,75 һум, 15 мең тирәһе 5038,5 һум аласаҡ.

1 апрелдән 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итә ала. Рәсәй Президенты Владимир Путин март башында уҡ ошондай указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда уны 80 меңдән ашыу ғаилә алырға мөмкин. Был маҡсатҡа 13 миллиардтан ашыу һум талап ителә. Шуның 88 проценты федераль , 12-һе республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова белдереүенсә, әлегә был түләүҙе республикала 100 мең тирәһе ғаилә ала. Уларҙың килеме элекке кимәлдә ҡалһа, 45 меңгә яҡыны балаға - 10077 һум, 40 меңе - 7557,75 һум, 15 мең тирәһе 5038,5 һум аласаҡ.
Ольга Кабанова шуға ла иғтибарҙы йүнәлтте: әгәр быға тиклем рәсми килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр аҙ килемле тип иҫәпләнһә, хәҙер уларҙың мөлкәте, йәғни фатиры, йорто, ер участкаһы, транспорты ла иҫәпләнә. Мәҫәлән, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән, әммә бер нисә фатиры, йорто булһа, уның метражы иҫәпләнә: фатирҙа бер кешегә 24 квадраттан, йортта 40 квадраттан артмаҫҡа тейеш. Әгәр мөлкәт социаль ярҙам сифатында булһа – иҫәпләнмәй. Фатир йәки йорт берәү генә булған осраҡта, уның метражы иғтибарға алынмай.
Ер участкалары ла иҫәпкә алына: ҡалала йәшәгәндәр өсөн 25 сутыйҙан, ә ауылдыҡыларҙыҡы 1 гектарҙан артмаһа, ғаиләләр пособие ала. Шулай уҡ ер социаль ярҙам сифатында бирелгән осраҡта – иҫәпләнмәй.
Милектә бер торлаҡ булмаған бина, дача, гараж (йәки ике күп балалы һәм инвалид балаһы булған ғаиләләр өсөн) булырға мөмкин. Транспортҡа ҡағылышлы: двигателенең ҡеүәте 250 ат көсөнән артмаған бер автомобиле һәм бер мотоциклы булған ғаиләләргә тәғәйенләнә. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә транспорттың күпме булыуы ҡағылмай.
Пособие билдәләнгәндә ғаиләнең өлкән ағзаларының бөтәһенең дә килеме рәсми булырға тейеш: эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, стипендия, пенсия. Бындай килемгә эйә булмаған кешеләр ҙә бар: өс йәшкә тиклемге балаһын ҡарау буйынса отпускыла булғандар (әгәр атаһы йәки әсәһе булмаһа, өлкәнерәк балаһын да) йәки инвалид бала тәрбиәләгәндәр, көндөҙгө бүлектә уҡығандар, хәрби хеҙмәттәгеләр (демобилизацияланған һуң тағы өс ай ҡушыла), иркенән мәхрүм ителгәндәр (иреккә сығарылғандан һуң тағы өс ай ҡушыла), эш урыны эҙләгәндәр (мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандар). Шулай уҡ күп балалы ғаиләләге ата-әсәнең береһе бала ҡарап өйҙә ултырһа эшләмәҫкә мөмкин.
3-тән 7 йәшкә тиклем балаһы булған бөтә ғаиләләр ҙә пособие ала ала. Был – төп һәм мөһим ҡағиҙә. Закон буйынса ғариза 30 көнгә тиклем ҡаралырға тейеш. Ыңғай хәл ителгән осраҡта апрель башында мөрәжәғәт итеүселәр үҙенең аҡсаһын майҙың егермеләрендә үк аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, арттырылған күләмдәге пособиены алыу өсөн 31 декабргә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Ғариза ҡасан яҙылыуға ҡарамай, аҡса 2021 йылдың ғинуарынан түләнәсәк. Әгәр ҙә ғаилә уны әлеге ваҡытта алһа, улар ҙа түләү күләмен яңынан иҫәпләтеүгә ғариза бирергә тейеш. Һорауҙар менән социаль ярҙам үҙәгенең күп каналлы 8 (347) 200-80-80 һанына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: