Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Май 2021, 12:05

Мәрхәмәтлелек - уларҙың ҡанында

Донъя шулай ҡоролған: тормош әҙәм балаһына һынауҙарҙы тигеҙ генә бүлеп бирмәй. Көслө рухлы кешеләр ул ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, уға дуҫтары, туғандары ярҙам итә. Ҡайһы бер осраҡта, киреһенсә, иң яҡын тип һанағандары ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡаса. Таянырлыҡ яҡындары булмаған кеше албырғап ҡала, ул йәмғиәт ярҙамына мохтаж. Яр һалып , бәлә һалып йөрөмәһәләр ҙә, ҡалабыҙҙа ла һаулығы насар булыу сәбәпле мөмкинлектәре сикләнгән балалар бар. Аллаға шөкөр, киң күңелле, рухлы, мәрхәмәтле, изге кешеләр ҙә етерлек. Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, Талбаҙы ауылынан инициатива төркөмө “Рәхмәт” (“Благо Дарю” ) социаль әһәмиәтле проекты булдырып, үрҙә әйтелгән ҡала-райондарҙа ярҙамға мохтаж балаларға, уларҙың ата-әсәһенә, торлаҡтары янып, урамда тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙа.

Донъя шулай ҡоролған: тормош әҙәм балаһына һынауҙарҙы тигеҙ генә бүлеп бирмәй. Көслө рухлы кешеләр ул ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, уға дуҫтары, туғандары ярҙам итә. Ҡайһы бер осраҡта, киреһенсә, иң яҡын тип һанағандары ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡаса. Таянырлыҡ яҡындары булмаған кеше албырғап ҡала, ул йәмғиәт ярҙамына мохтаж. Яр һалып , бәлә һалып йөрөмәһәләр ҙә, ҡалабыҙҙа ла һаулығы насар булыу сәбәпле мөмкинлектәре сикләнгән балалар бар.
Аллаға шөкөр, киң күңелле, рухлы, мәрхәмәтле, изге кешеләр ҙә етерлек. Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, Талбаҙы ауылынан инициатива төркөмө “Игелек бүләк итәм” (“Благо Дарю” ) социаль әһәмиәтле проекты булдырып, үрҙә әйтелгән ҡала-райондарҙа ярҙамға мохтаж балаларға, уларҙың ата-әсәһенә, торлаҡтары янып, урамда тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡалабыҙҙағы 31-се биҫтәләге 3-сө йортонда урынлашҡан “Бергә булыу” үҙәгендә шундай сара уҙҙы. Улар балалар өсөн төрлө уйынсыҡтар, телмәр үҫтереү өсөн уҡытыу-методика материалдары, ҡорамалдары бүләк итте.
Үҙәккә инеү менән эштән бушаған арала йәмәғәтселек ойошмаларына этәргес көс биреп, изге ниәт менән йөрөгән оло йөрәкле төркөм ағзалары менән танышам. Волонтерҙар, төрлө ҡаланан, төрлө һөнәр эйәләре. Рәсүл Хәмзин, Рита Вәлиева, Ләйсән Кәлимуллина, Гөлнул Замула Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Динара Афанасова - Мәләүездән, Александр Наумов - Ишембайҙан, Розида Ғилманова - Салауаттан.
Бындай социаль һәм мәҙәни проекттар йәмғиәтебеҙҙә мөһим урын алып тора һәм киләсәгебеҙҙе үҙгәртергә хеҙмәт итә.
Читайте нас: