Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Июнь 2021, 11:37

Кем алдан пенсияға сыға ала

Башҡортостанда ошо өлкәнең 22 меңдән ашыу хеҙмәткәре ваҡытынан алда пенсия ала, тип хәбәр итә Пенсия фондының республика бүлексәһе.

Башҡортостанда 22 меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре ваҡытынан алда пенсия ала, тип хәбәр итә Пенсия фондының республика бүлексәһе.
Законға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренең, талап ителгән махсус эш стажы булғанда, ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләүгә хоҡуғы бар. Бының өсөн ауылда кәм тигәндә 25 йыл, ҡалала 30 йыл эшләргә тейешһең. Уларҙың хеҙмәт стажына профессиональ белем алыу һәм өҫтәмә һөнәри уҡыу осоро ла индерелә. Коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарға ярҙам иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябренә тиклемге эш осорон иҫәпләүҙең айырым тәртибе булдырылған. Ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләүгә хоҡуҡ биргән эш көнө стаждың ике көнө итеп иҫәпләнә.Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әле һаулыҡ һаҡлау тармағының 22 625 хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнгән. Бөтә мәғлүмәт менән Пенсия фонды сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин.)
Читайте нас: