Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Февраль 2022, 14:05

Яңы йылдан - яңы ҡағиҙәләр

Йылдан-йыл урамдарҙа техника арта, хәҙер автомобилгә байлыҡ итеп түгел, йөрөү сараһы итеп ҡарайбыҙ. ЮХХДИ-ның теркәү имтихан бүлеге начальнигы  Рәмил Айытов һуңғы ун йылда тимер атты йүгәнләргә теләк белдереүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы күҙәтелеүен телгә алды һәм машина һатып алғас, регистрация теркәүе уҙғарғанда нимәгә күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген әйтеп үтте. Техника күҙәтеүе уҙғарыу тәртибендә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелгән.

Йыл башынан көсөнә ингән Федераль закон нигеҙендә, бары тик шәхси маҡсатта ҡулланыла торған физик граждандарҙың еңел автомобилдәре, мотоциклдарына техника тикшереүе үткәреү мәжбүри түгел. Ә бына һатып алған машинағыҙға заводтан сыҡҡандан алып  дүрт йыл үтеп, диагностика картаһы булмаһа, теркәр алдынан иң башта техник күҙәтеү үткәреү мотлаҡ. Мәҫәлән, диагностика картаһы булмай тороп автомобиль хужаһы дәүләт пошлина түләп өлгөргән икән, ул ғәмәлдән юҡҡа сыға.

Машиналарҙы теркәгәндә документ эштәрен йыйыуҙы берҙәм портал аша дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың заманса һәм бик уңайлы төрө икәнлеген дә әйтеп уҙҙы. Ошо юл менән машинаны теркәгәндә, дәүләт пошлинаһы 30 процент ташлама менән ҡулланырға мөмкин, көн оҙоно сиратта ла баҫып тормайһың.  

Фәүзиә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Һүрәттә: Документтарығыҙ барыһы ла тәртиптәме?

Автор фотоһы.

 2022 йылдың 1 мартынан техника тикшереүе тураһында документы булмаған водителгә 2 мең һум күләмендә штраф һалыныу хаҡында ҡанун үҙ көсөнә инәсәк. Бына ошо ваҡытта инде техника күҙәтеүе пункттарында ажиотаж күтәрелеүе ихтимал.

Яңы йылдан - яңы ҡағиҙәләр
Яңы йылдан - яңы ҡағиҙәләр
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: