Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Социаль мәсьәлә
27 Март 2023, 12:45

Башҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәк

Башҡортостан Республикаһында тағы өс юл буйы комплексы төҙөләсәк, инвестицияларҙың дөйөм күләме 134 миллион һум тәшкил итәсәк. Улар Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәкБашҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәк
Башҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәк

- Беренсе проект урындағы әһәмиәттәге «Ишембай-Воскресенское-Мәләүез» дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлында күп функциялы юл буйы комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев. Ул автозаправка станцияһы, кафе, магазин, шина монтажы, автомобиль йыуыу ҡоролмаһын үҙ эсенә аласаҡ. Инвестициялар күләме 52 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Уртаса 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Икенсе проект Ҡырмыҫҡалы юл буйы сервисының күп функциялы комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Комплекс «Өфө-Инйәр-Белорет»төбәк әһәмиәтендәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы буйлап урынлашасаҡ. Инвестор 32 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Проекттың социаль һөҙөмтәһе 15 эш урыны булдырыуҙа сағыла.

Башҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәк
Башҡортостанда йәнә 3 юл яны комплексы төҙөләсәк
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас