Граждандарға ағас биреү Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы һәм «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» республика Законы, Шулай уҡ Башҡортостан республикаһында граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу тураһында килешеү төҙөү тәртибе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Күрһәтелгән документтарға ярашлы, һәр ғаилә 25 йыл дауамында 1 тапҡыр шәхси йорт төҙөү өсөн 110 кубометрға тиклем ағас һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә.