Башҡортостанда быйыл 1962 йылғы ир-егеттәр һәм 1967 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар пенсияға сыға.
Түләүҙе тәғәйенләү өсөн мотлаҡ шарттар булып 15 йылдан кәм булмаған страховка стажы һәм 30 пенсия коэффициенты (балл) тора. Шулай уҡ оҙайлы стажы булған граждандар: 42 йыл стажы булған 1963 йылғы ир — егеттәр һәм 37 йыл стажы булған 1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар ваҡытынан алда пенсияға сыға ала. Күп балалы әсәләр өсөн айырым льготалар ҡаралған. Биш һәм унан күберәк бала булһа, улар 50 йәштән, дүрт бала менән — 56 йәштән, өс бала менән 57 йәштән пенсия ала ала. Уҡытыусылар, медиктар, артистар һәм башҡа ҡайһы бер һөнәр вәкилдәре лә махсус стаж әҙерләгән осраҡта ваҡытынан алда хаҡлы ялға хоҡуҡлы.