Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Ғинуар , 16:24

Диспансеризация үтеү ҡыйын түгел

Йыл башы үҙгәрештәр мәле. Беҙ ҙә баҫмабыҙҙа сәләмәтлекте һаҡлауға арналған махсус битте тергеҙеп, ошо теманы төрлө яҡтан асырға булдыҡ. Уны һаҡлай белергә лә кәрәк, шунлыҡтан  йыл дауамында үҙәк район дауаханаһы, ауыл ФАП-ры фельдшерҙары менән берлектә әҙерләнгән консультация, һорау- яуап, һөйләшеү тап ошо һорауҙарға яуап бирер, тигән фекерҙәбеҙ. Бөгөнгө тема – диспансеризация.

Диспансеризация үтеү ҡыйын түгел
Диспансеризация үтеү ҡыйын түгел

Диспансеризацияға үтеү ҡыйын түгел.

Диспансеризация - медицина тикшереүҙәренең комплекслы программаһы. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә организмдағы тайпылышты  асыҡлау мөмкинлеге бирә.

 Медицина страховкаһы полисы буйынса  үткәрелә, шунлыҡтан процедура түләүһеҙ. Ул хроник ауырыуҙар үҫеше хәүефен үҙ ваҡытында билдәләргә, шулай уҡ етди ауырыуҙарҙы иртә стадияла диагностикаларға булышлыҡ итә.

Уны нимәнән башларға?

“Дәүләт хеҙмәте” порталына диспансеризация үтеү мөһимлеге тураһында СМС-хәбәр килгәс,  был процедура тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн үҙәк район дауаханаһының  регистратура белгестәренә шылтыраттым. Бында ҡабул итеүгә килеүсенең  мотлаҡ паспорт, страховкаһы , СНИЛС булыуы мөһим, шулай уҡ төрлө анализ тапшырыу кәрәккәнлектән иртән ашамаҫҡа кәрәклеге тураһында әйттеләр.

Һаулыҡ менән бәйле мәсьәләнең мөһимлеген күҙ уңында тотоп, дауаханаға юлландым, иртәнге 8-се яртыла  әхирәтем менән тәғәйен урында инек. Иртәрәк килеү уңайлы, халыҡ әллә ни күп булмай.

Гардеробҡа  кейемдәрҙе тапшырғас, 4-се ҡатҡа күтәрелдек. Ҙур хәрефтәр менән яҙылған диспансеризация бүлеге коридорҙың икенсе осонан уҡ күренә, бында аҙашыу мөмкин түгел.Таҙа, йылы,сират көткәндәргә ултырғыстар ҡуйылған. Этеш-төртөш, ҡысҡырыш юҡ, һәр кем эргәһендәгеләргә ярҙам итергә тырыша.  Кабинеттар бер урында, күршеләш, был дауахана буйлап йүгереп йөрөмәү өсөн уңайлы. Ниһайәт, беренсе булып сиратҡа баҫтым. 421-се бүлмәлә врач-терапевт Александра Демченко ҡабул итте. Тикшереү хроник йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн анкета тултырыуҙан һәм медицина ярҙамына риза булыуыма ҡул ҡуйыуҙан башланды.

Документтарҙы  компьютерҙа  теркәгәс врачҡа үҙемде борсоған һорауҙарҙы бирҙем. Анкетала  нәҫелдән килгән ауырыу, элек кисергәндәре, зарарлы ғәҙәттәр тураһында пункттар бар. Шулай уҡ йәшеңә ҡарап өҫтәмә һорауҙар индерелгән, мәҫәлән,  йығылыу, алған йәрәхәт тураһында.

Ҡан баҫымын үлсәгәс, тән ауырлығы индексы,  организмда кислород кимәле билдәләнде (был ковид менән ауырығандарҙың үпкә һәм тын юлы торошон билдәләү өсөн кәрәк). Врачтан кабинеттар исемлеге, ваҡыт һәм тәғәйенләнештәр яҙылған  ҡағыҙ менән (уны “бегунок” та тиҙәр икән) артабан ҡанды биохимик анализға тапшырырға йүнәлдем. Был организмда ялҡынһыныу процесы булыу-булмауын һәм йәшерен инфекцияны асыҡлай. Шулай уҡ анализдар холестерин һәм глюкоза кимәлен  билдәләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ошо уҡ ҡатта урынлашҡан гинеколог ҡабул итә. Бындағы анализ онкоцитология тип атала, ул аналыҡтағы яман шеште иртә стадияла билдәләү өсөн алына. Һөт биҙҙәренә маммография үтеү өсөн бер аҙ сират көтөргә тура килә, әммә оҙаҡ түгел. ЭКГ кабинетында йөрәк эшмәкәрлеген  тикшерттем, унан алда тыныс ҡына 10 минуттай ял итергә кәрәклеге тураһында ла иҫкәрттеләр.

 Киләһе мотлаҡ пункт флюрография ине, әммә мин уны бер нисә ай  элек үткәнлектән, был кәрәкмәне. Анализдар тиҙ әҙерләнә һәм врач-терапевҡа килә. Организмда тайпылыш булған осраҡта врач  һеҙгә өҫтәмә тикшереү билдәләп, шәхсән саҡыра. Бына шулай бер нисә сәғәт эсендә диспансеризация үттем. Һеҙгә лә тәҡдим итәм, сөнки тап ошонда тапшырған анализдар яман шеш, инсульт һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙе башланғыс стадияла билдәләй. Диспансеризация тап ошоно күҙ уңында тота ла инде.

2026 йылда ниндәй үҙгәрештәр индерелә?

Быйыл диспансерлаштырыу программаһы йоғошло һәм репродуктив ауырыуҙарҙы алдан асыҡлауға йүнәлтелгән ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.

С гепатитына мотлаҡ скрининг үткәрелә. 2026 йылдан алып 25 йәштән өлкән  граждандар ун йылға бер тапҡыр С гепатитына ҡаршы матдәләргә анализ тапшырасаҡ. Был яңылыҡ цирроз үҫешкәнсе сирҙе асыҡларға һәм пациенттарҙы тиҙ арала дауаланыуға йүнәлтергә ярҙам итәсәк. Ул йыш ҡына йылдар буйы симптомһыҙ ҡала, бауырҙы зарарлай, шуға күрә диагнозды иртә асыҡлау кеше ғүмерҙәрен һаҡлай һәм оҙайта. 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге граждандар өсөн комплекслы репродуктив һаулыҡ скринингы индерелде.

 21 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар биш йыл һайын  папилломавирус  (ВПЧ) ДНК-һына тикшереләсәк, айырым иғтибар 16 һәм 18-се яман шеш  штаммдарына бирелә. Әгәр был  анализ  ыңғай булһа, аналыҡ муйыны биопсияһының шыйыҡса нигеҙендәге цитология башҡарыла. Ир-егеттәргә уролог йәки хирург менән консультация үтергә, күрһәтелгән осраҡта спермограмма һәм нәҫел ағзаларының УЗИ-һы тәҡдим ителә. 18-40 йәшлек кешеләр өсөн липопротеид  кимәле тәүге тапҡыр тикшерелә. Был инфаркт, инсульт һәм атеросклероз өсөн йәшерен хәүеф факторы булып тора. Холестерин нормала булғанда ла был кимәл ҡан тамырҙарын зарарлауы һәм атеросклеротик төйөр барлыҡҡа килтереүҙе тиҙләтеүе ихтимал. 18-39 йәшлек кешеләр өсөн тулы липид профиле алты йыл һайын, ә 40 йәштән өлкәндәр өсөн йыл һайын тәғәйенләнә.

Ниндәй ауырыуҙарҙы асыҡлай?

Ул үрҙә әйтеп кителгән социаль әһәмиәтле ауырыуҙар хәүефен иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • яман шеш ауырыуҙар;
  • йөрәк-ҡан тамырҙары системаһындағы проблемалар;
  • енси юл менән күсеүсе ауырыуҙар;
  • диабет;
  • үпкә эшмәкәрлегендәге  тайпылыштар;
  • В һәм С гепатиттары;
  • нервы системаһы боҙолоуҙары.

Уны кемдәр үтә?

2026 йылда диспансеризация үтеүселәр исемлеге түбәндәгесә:

  • 18-ҙән 39 йәшкә тиклем диспансеризация өс йылға бер тапҡыр тәғәйенләнә;
  • 40 йәштән – йыл һайын.

Был турала ҡануниәттә ни яҙылған:

2024 йылдан Рәсәйҙә 75 йәштән өлкән пенсионерҙар һәм хәрәкәте сикләнгән граждандар өйҙә диспансерлаштырыу үтергә хоҡуҡлы.

 Закон буйынса, диспансеризация үтеү өсөн 18-39 йәшлек Рәсәй граждандарына  өс йылда бер тапҡыр түләүле ял бирелә, ә 40 йәштән үткәндәргә йылына бер тапҡыр. Пенсия алдындағы хеҙмәткәрҙәр (60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар) йылына ике тапҡыр ошондай ял алырға хоҡуҡлы.

Шуныһы шарт, хеҙмәткәр үҙенең медицина тикшереүендә булғанын иҫбатлау өсөн  табиптан белешмә алырға тейеш.

Вставка.

Татьяна ХОЛОСТОВА, өлкәндәр поликлиникаһы мөдире.

“Район-ҡалала профилактика медицина тикшереүен - 3930, диспансеризацияны 33 меңдән ашыу кеше үтте. Планға ярашлы, был күрһәткес 100 проценттан артыҡ. Ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә үҙ һаулығына етди ҡарай, был һан 9252 кеше тәшкил итте.

Диспансеризция  барышында 73 кешелә башланғыс стадияла яман шеш, 130-да шәкәр диабеты  ҡан әйләнешенә бәйле 1965, юғары ҡан баҫымы 459, аш эшкәртеү органдары 1231, тын юлдарына бәйле 732 ауырыу осрағы асыҡланды. Ауырыуҙарға бәйле 5917 кеше иҫәпкә алынды (92 процент). Уҙған йыл дауамында тәрәнейтелгән диспансеризацияны 3903 кеше үткән (100 процент). Колоректаль яман шешкә 5947 кеше скрининг үтте, шуларҙың  һигеҙендә ауырыу асыҡланды.”

Диспансеризация тураһында фекерҙәр:

Предприятиела эшләйем. Диспансеризацияны йәшем буйынса йыл да үтәм. Хеҙмәт кодексына ярашлы, бушлай көн бирәләр. Уҙған йыл тап диспансеризация үткәндә шәкәр диабеты асыҡланды. Иҫәпкә ҡуйҙылар, махсус дарыу, глюкометр бирҙеләр. Дауахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен, бармаһам, ауырыу аҙып китер ине. Башҡаларға ла үҙ һаулыҡтарына битараф булмауҙарын теләйем.

Риф БОРХАНОВ,эшсе.

Миңә яңыраҡ 30 тулды. Йәшем буйынса быйыл диспансеризация үтергә тейешмен. Нәҫелемдә яман шеш менән ауырығандар бар, шунлыҡтан даими тикшерелеп, анализдар биреп торам. Яңы йыл байрамдарынан һуң уны үтеп, күңелемде тынысландырҙым. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән бит, ҡат-ҡат саҡырыуҙарҙы инҡар итмәй генә, үтәйек диспансеризация!

Илдар ХӘМИТОВ, таксист.

Йәшем оло инде, алтмышымды ваҡланым. Диспансеризацияны үтмәй ҡалғаным юҡ. Беренсенән, дауаханала уның өсөн бөтә шарттар булдырылған. Врач һәр һорауға асыҡ һәм теүәл яуап бирә. Сират та юҡ, яйлап йөрөп үтәһең, онотоп китһәм, кабинетты күрһәтеп ярҙам итеп ебәрәләр. Ҡан баҫымым уйнай, был йөрәк эшмәкәрлеге өсөн хәүефле, тине терапевт. Шунлыҡтан улар яҙып биргән дарыуҙарҙы теүәл ҡулланам, саф һауала йөрөйөм. Донъя матур, йәшәге килә бит!

Ғәлиә ХӘМӘҘИЕВА, хаҡлы ялда.

 

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы статистикаһы буйынса, даими медицина тикшереүҙәре яман шеш һәм башҡа ауыр сирҙәрҙе иртә  стадияла 3-4 тапҡырға йышыраҡ асыҡларға булышлыҡ итә. Ә һеҙ диспансеризация үттегеҙме?  Ул мотлаҡ сара һаулығыбыҙҙы һаҡлау  өсөн индерелгән программа. Имен-һау булайыҡ!

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Һүрәттә: врач терапевт Александра Демченко диспансеризацияға килеүселәргә консультация үткәрә.

Өлкәндәр поликлиникаһы мөдире Татьяна Холостова диспансеризациялағы үҙгәрештәр тураһында һөйләй.

Автор фотолары

 

 

Диспансеризация үтеү ҡыйын түгел
Диспансеризация үтеү ҡыйын түгел
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас