

Һәр быуын кешеләренә хас йәшәү өҫтөнлөгө бар. Һуғыш йылдарында һәм унан һуңыраҡ тыуғандар тамаҡ туйғансы ашау тураһында хыялланып, кейемгә мохтажлыҡты бөтөрөргә тырышһа, бөгөн йәшәү кимәле күтәрелеп, күптәр тирә-яҡ тормошто танып белеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бигерәк тә туризмдың киң ҡолас алғанын һәр кем иғтибар менән күҙәтә. Яйы сыҡҡанда, йә иһә отпускы мәлендә һеҙ ҙә яңы ер, йә иһә тарих менән ҡыҙыһыныу маҡсатында сәйәхәткә юлланаһығыҙҙыр. Был маҡсатта республика етәкселеге лә төрлө маршруттар булдырған. Хаҡлы ялдағылар “Оҙон ғүмерлелек” программаһына ярашлы, бер көнлөк турҙар менән Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтенә сума, тарихи, географик иҫтәлекле урындарҙа булып, үҙенә яңы асыш яһай. Шулай уҡ хаҡлы ялдағыларға ташламалы хаҡ менән самолет менән Белоруссияға барып сәйәхәт итеп ҡайтыу мөмкинлегенән күптәр ихлас файҙалана. Мәҫәлән, быйылдан Абхазияға сәйәхәт итергә теләүселәр өсөн Өфөнән Сухум ҡалаһына тура рейс асылды. Республика журналистарына ла тәүге рейстың пассажирҙары булырға насип иткән. Улар араһында Башҡортостан гәзите хәбәрсеһе, шағирә Гөлназ Ҡотоева, “Ватандаш” журналы мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның социаль селтәрҙә юлъяҙмалары менән танышырға мөмкин.
Быйыл үҙем дә автобус менән Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына барып ҡайттым. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла 50 урынлыҡ автобуста ҡаҙаҡтар йәшәгән яҡты барып күрергә теләгән ике-өс кенә кешенән башҡаһы барыһы ла Рәсәйгә эшләргә һәм башҡа йомоштары менән сыҡҡан кешеләрҙән тора ине. (Аҡса эшләргә сығаларҙыр, тигән һығымтаға килдем). Ырымбурҙы, унан Тоҙло Илек ҡалаһынан ике сәғәт ярымлыҡ сәйәхәттән һуң таможняны үтеүе (әйткәндәй, унда барыр өсөн сит ил паспорты кәрәкмәй) үҙе бер иҫтә ҡалырлыҡ мәл. Арып барһаҡ та, кешеләрҙең ихлас мөнәсәбәте, бигерәк тә шул яҡта төпләнеп ҡалған апайҙың туғандарын ҡаршылағандай ҡунаҡсыллығы кәйефте бермә-бер күтәрҙе. Наурыҙ байрамынан һуң зәңгәр экрандарҙан ҡаҙаҡ телендә барған йырлы-моңло тапшырыуҙар шул хәтлем күңелгә ятышлы, ауылса матур итеп яулыҡ ябынған апай-инәйҙәрҙең залдағы тәүге рәттәрҙән ултырып тамаша ҡылыуын, иртәгәһенә ҡала буйлап йөрөгән автобустарҙа хаҡлы ялдағылар өсөн йөрөү бушлай икәнлеген күреп, бар нәмә бында ябай халыҡ өсөн эшләнгәнен аңлайһың. Аҡсаны икенсе көнөнә һумын алты тәңкә иҫәбе менән алмаштырып алып, апайҙың оҙатыуында кейем-һалым хаҡы менән танышыу маҡсатында баҙарға юлландыҡ. Унда иһә тауарҙың ниндәй төрө генә юҡ, биҙәнеү әйберҙәре, туҡыма осһоҙ, ә беҙ һатып алырға теләгән тауарға хаҡтар беҙҙең илдекенән бер ҙә ҡалышмай икәнлеген иғтибарланыҡ. Ә бына ашханала тәрилкәгә икешәр порция ризыҡ һалғандар тиерһең - аҙ ғына хаҡҡа ла туйғансы ашап сығырға була.
Бер көнгә генә туғандаш халыҡ йәшәгән илгә барып, сиктәр беҙҙең башта ғына, иҫән саҡта донъя күреп ҡалырға кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайттыҡ Башҡортостаныбыҙға.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Абхазия менән берлектәге проекттарҙы артабан үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Тәнзилә МАЛАБАЕВА, Мәләүез районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы:
- Мөһим социаль әһәмиәткә эйә булған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ял итеүселәргә яҡшы тәьҫорат ҡалдыра. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырғаярҙам итеп кенә ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра. Был оло йәштәгеләр өсөн бик мөһим. Мин күбеһенсә республика буйынса сәйәхәт итәм. Өфө ҡалаһындағы, Ғафури районының Красноусол ауылындағы иҫтәлекле урындарында, музейҙарында, Торатауҙа булдым. Хаҡлы ялда булып, донъя күреү ныҡ оҡшай. Ә бына хаҡлы ялда булған Әлфиә Маринич Белорусияға барып ҡайтты.