Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре

2017 йылда улар Президент фонды грантында ҡатнашып, райондың мәҙәни-ял үҙәге менән берлектә “Йәш һөнәрсе” проектын булдырған. “Яңы форматта эшәргә күсергә күптән ваҡыт",- ти  “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге Иршат Хисаметдинов.

Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләреХалыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре
Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре

 “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге район-ҡалала 800-гә яҡын өлкән һәм мохтаж булған  махсус хәрби операция ветерандарын хеҙмәтләндерә. Һөнәри байрамдары алдынан учреждение етәксеһе Иршат Хисаметдинов  менән әңгәмәләшергә насип булды.

  - Бөгөн штатта 70 хеҙмәткәр. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең белгестәргә ихтыяж ҙур. Йәштәр яҡшыраҡ тормош эҙләп ҙур ҡалаларға, йә иһә сит илгә китә, өлкәндәр яңғыҙы ҡала. Элегерәк ундай тенденция күҙәтелмәй ине. Ябай ғына миҫал килтерәм. Йәш ғаиләнең фатир алырға мөмкинлеге юҡ, шуға ата-әсәһе йәшәгән ике бүлмәле фатирға күсеп ҡайта ла, һәр ваҡыт медиктар ҡарауы аҫтында булырһығыҙ тип, уларҙы ҡарттар йортона өгөтләй. Бындай ҡыҙғаныс хәлдәр Мәләүездә һирәк, ә республика буйынса даими күҙәтелә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр бит. Заманында ата-әсә балалар тәрбиәләүгә түгел, ә матди яҡҡа күберәк иғтибар бүлгән. Элегерәк ҡарттар йортона 75 йәштән өлкәнерәктәрҙе урынлаштырһалар, хәҙер 60-тан өлкәндәр ҙә килә. Балалары һирәк ҡайтҡандарҙы беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр хеҙмәтләндерә”, - ти Иршат Хәйҙәр улы.

Тиҫтә йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге алты йыл элек ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәтләндереү буйынса эшләй башлай, ауырыу балаларға коррекцион уйын һәм башҡа алым форматында социаль хеҙмәткәр хеҙмәт күрһәтә. Бынан тыш, өсөнсө йыл “Оҙайлы тәрбиә системаһы” тип аталған пилот проекты буйынса 25 кешене хеҙмәтләндерә.

Социаль хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә булырға тейеш. Мәҫәлән, өлкән кешенең ҡапыл һаулығы насарайып китеп, тиҙ медицина ярҙамы саҡыртырға уйлаһа, уның хәлен врачтар аңламаҫҡа мөмкин. Инсульт, инфаркт, йә иһә операция үткәргән пенсионерҙың хәлен социаль хеҙмәткәр ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп аңлатып бирә ала. Хеҙмәттәр йыйылмаһына дауаханаға оҙатыу, тырнаҡ киҫеү, йыуындырыу, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолмаһын өсөн медик эшкәртеү, ябай массаж, памперс алмаштырыу ҙа инә.

Эшенең һөҙөмтәһен күреп, Иршат Хәйҙәр улын республика буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың директорҙар советы рәйесе итеп һайлағандар. Күрше район үҙәктәренең эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш етәксе инициатива төркөмө менән кәңәшләшеп, финанслауға үҙгәреш индерә, нормативтарҙы һығылмалы итә.

  -Эш хаҡын арттырмаһаҡ, бер көндө беҙ социаль хеҙмәткәрҙәрһеҙ ҡалыуыбыҙ мөмкин. Шуға башҡа финанслау сығанағын йәлеп итергә, мәҫәлән, Тимченко фонды, Потанин фонды гранты эшмәкәрлегендә ҡатнашырға кәрәк тип уйлайбыҙ. “Йәшәүе күңелле” (“Здорово жить”) тигән проект нигеҙендә ололар өсөн көндөҙгө йәшәү үҙәге булдырырға ниәтем бар, – ти ул.

2017 йылда улар Президент фонды грантында ҡатнашып, райондың мәҙәни-ял үҙәге менән берлектә “Йәш һөнәрсе” проектын булдырған. “Яңы форматта эшәргә күсергә күптән ваҡыт. 2018 йылда эшлекле партнер менән Мишкә районында “Ғаилә” тип аталған ҡарттар йорто астыҡ. Дәүләт шәхси партнерлығы сиктәрендә инвесторҙың дәүләт һәм башҡа учреждениелар менән хеҙмәттәшлеге, партнерлығы барлыҡҡа килде. Уның ыңғай яҡтары бик күп. Беҙҙән өлгө алып, Кушнаренко, Иглин райондарында пансионаттар асылды. Ҡуртымға алынған бинаны йыһазландырып, бөгөн унда республика иҫәбенән -25, коммерция нигеҙендә 10 өлкән кеше йәшәй. Бөгөн унда хатта сит илдән ҡайтып ҡартлығын ҡаршылаған, хатта ғаилә булдырған пар ҙа бар”, - ти  ижади идеялар менән янған, башҡаларға ла тәҡдим иткән етәксе.

  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының Президент гранттары фонды конкурсында ҡатнашыуын баһаланы. Грант сәйәсәтенә берҙәм ҡараштарҙы тормошҡа ашырыу, төбәктә социаль проекттарға ярҙам итеү өсөн биш йыл элек республика Башлығы Гранттары фонды булдырылды, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Йыл һайын конкурстарҙы республика бюджетынан финанслау арта. Башҡортостан йыл һайын әүҙемлеге һәм йәлеп ителгән сумма буйынса Президент гранттары фонды конкурсы буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инә.

Фәнис Бикташев, Мәләүез ҡалаһының танк ғәскәрҙәре һәм "Варшава" килешеүе илдәренең ветерандар ойошмаһы рәйесе :

 - Президент грантында ҡатнашҡың киләме? Улайһа, йәһәтлә! 2026 йылдың15 апреленән Президент мәҙәни башланғыстар фондының грант конкурсы старт алды. Гранттарға дәғүә итеүгә ижади идеяларҙы дәүләткә ҡарамаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, муниципаль учреждениелар (ҡаҙнанан тыш), шәхси эшҡыуарҙар һәм коммерция ойошмалары йүнәлтә ала. Конкурсҡа тематик өлкәләрҙәге проекттарҙы тәҡдим итергә мөмкин:  - мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт;   -тармаҡ-ара, селтәрле мәҙәни һәм кросскультур башланғыстар;   -мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижади индустрия өлкәһендә стартаптар һәм белем биреү һәм остазлыҡ проекттары;   -ижади индустрия проекттары;  сәнғәт һәм креатив индустриялар өлкәһендә фестивалдәр, премиялар, форумдар үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан ижади башланғыстар;   - хәҙерге популяр мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар. Ғаризалар 2026 йылдың 30 июненә тиклем ҡабул ителә.

 фондкультурныхинициатив.рф

 

 

 

 

 

Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре
Халыҡҡа кәрәкле һөнәр эйәләре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас