

Мәҡәләбеҙ геройының тормошо тыуған ауылы менән бәйле. Мәктәптән һуң тракторсы һөнәре алып, хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхозда башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хужалығында эшләй.
-Техника ышаныслы булһа ла, йыш ватыла ине. Алыҫ яланда бер үҙең эшләйһең, әлегеләй телефон бәйләнеше юҡ. Планды, йөкләмәне үтәргә кәрәк. Йыш ҡына әллә күпме саҡырым үтеп, запчасть артынан йәйәү ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтманыҡ, ҡышҡыһын фермала эшләнек. Колхозсыларҙың ял итергә ваҡыты аҙ ҡала ине, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һабантуй, көҙгө баҫыу эштәре тамамланыуы күләмле саралар менән билдәләнде. Беҙ эште бергәләшеп башлап, күмәкләшеп осона сығыр инек. Балалар ҙа ата-әсәһенә ярҙам итеп, йортта ҙур терәк булды, - тип һөйләне ул үҙе тураһында.
Миңтимер ағайҙың бала сағы ауыр йылдарға тура килгән. Тормошо уны бик иркәләмәгән, әсәһе менән генә үҫкән.
-Колхоздың меңәрләгән баш һарығын ҡараныҡ, көтөү көттөк. Тиҫтерҙәрем араһында атайһыҙ булыуымды тоймаһын тигәндер инде, әсәйем һәр ваҡыт үҙ өлөшөн миңә биргәнен хәҙер олоғайғас ныҡлап аңланым. Оло йөрәкле ине ул! Бөгөнгө һымаҡ уңайлы хеҙмәт шарттары булманы. Хәҙер рәхәтләнеп аҡ күлдәктә генә идара итә техника менән механизаторҙар. Көнләшеп ҡуям хатта. Радиоһы һөйләй, температура көйләнә, һауа таҙартыла. Беҙҙең заманда саң йотоп эшләнек, хеҙмәтте һаҡлау талаптары күҙәтелмәне.
Ҡатыным менән донъя ҡороп, 5 балаға ғүмер бирҙек. Үкенескә ҡаршы, ул да, ике балабыҙ ҙа мәңгелек донъяла. Тамара, Әҡлимә ҡыҙым, Рәсүл улым, ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Икенсегә өйләндем, бөгөн ҡарттарса донъя көтәбеҙ: ҡулдан килгәнсә баҡса үҫтерәбеҙ, йорт тирә-яғын тәртиптә тоторға тырышабыҙ, һәм, әлбиттә, район гәзитенә яҙылабыҙ.
“Көнгәк” яҡташтар, район халҡы тураһында күп яҙа, таныш кешеләр тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡат-ҡат уҡыйбыҙ. Сөнки был – беҙҙең быуын, коммунизм төҙөйбөҙ тип үҙен йәлләмәгән кешеләрҙең йәшәү дәүере. Киләсәктә лә баҫманың 25 йыл дауамында алып барған эшен дауам итеүен, төрлө йүнәлеште яҡтыртыуын, ирекле темаларға өҫтөнлөк биреүен теләйем. Гәзит килгән көн минең өсөн күңел байрамына тиң. Илебеҙгә именлек, гәзит хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыш теләйем. Яҡшыға ынтылып, изгелеккә өмөтләнеп йәшәйек, ябай һәм кешелекле булайыҡ, - тине ихлас күңелле Миңтимер Ишемғолов.
Уҡыусыларыбыҙҙың ошондай йылы һүҙҙәре, изге теләктәре беҙгә ҡанат ҡуя.