

3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға опекундарға түләү хәҙер айына 11 543 һум тәшкил итә, 3 йәштән өлкәндәргә — 11 101 һум. Инвалид баланы йәки 3 йәшкә тиклемге һаулығына бәле мөмкинлеге сикләнгән (ОВЗ) баланы ҡарауға-айына 13 853 һум, өлкәндәргә — 13 320 һум. Закон баҫылған көндән көсөнә инә һәм 2026 йылдың 1 июленән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республикала етем балалар һаны 6,3 процентҡа-9 468 балаға тиклем кәмегән. Етемдәрҙең 94 проценты ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.