Намыҫһыҙ риэлторҙан зыян күрә

80 йәшлек пенсионер намыҫһыҙ риэлторҙың ғәмәлдәренән зыян күрә. Ҡатын торлаҡ һатып алырға иҫәп тота һәм шуға күрә ярҙам һорап белгескә мөрәжәғәт итә. Риэлторға ышанып,ул уға 1,5 миллион һум самаһы аҡса бирә. Аҡсаны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу урынына, риэлтор уларҙы шәхси маҡсаттарҙа ҡуллана. Һөҙөмтәлә оло йәштәге ҡатын аҡсаһын да, торлаҡ алыу мөмкинлеген дә юғалта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Намыҫһыҙ риэлторҙан зыян күрәНамыҫһыҙ риэлторҙан зыян күрә
Намыҫһыҙ риэлторҙан зыян күрә

Суд процесы һөҙөмтәләре буйынса риэлтор мутлашыуҙа ғәйепле тип табыла. Суд уға 3,5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Бынан тыш, унан 220 мең һум штраф түләтәләр, шулай уҡ зыян күреүсегә 600 мең һум күләмендә компенсация түләргә мәжбүр итәләр.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас