

Йәмғиәттә “адреслы социаль ярҙам” тигән төшөнсә күптән бар. Дәүләт был ярҙамды кемдәргә күрһәтә? Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам менән кемдәр ҡуллана ала? “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге директоры Юлиә Мырҙабулатова менән ярҙам алыу хоҡуғы менән кемдәр файҙалана алыуын асыҡланыҡ.
- Юлиә Әмир ҡыҙы, ауыл халҡының күбеһе был мөмкинлек менән ҡулланыу тураһында артыҡ мәғлүмәтле түгел. Шулай булғас, белмәй ҙә, ҡулланмай ҙа. Социаль контракт (АСПК) менән ҡулланыр өсөн ниндәй талаптарға иғтибар итергә?
- Төп шарт – матди хәлеңдең түбән булыуын иҫбатлау. Өс ай ваҡыт арауығында ғаиләләге һәр бер кешенең йәшәү минимумы 16мең 856 һумдан кәмерәк булһа, һеҙ социаль контракт менән үҙ эшегеҙҙе аса йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ йәйелдерә алаһығыҙ. Уның өсөн башта үҙмәшғүл булараҡ күп функциялы үҙәктә теркәлергә кәрәк.
Социаль яҡлау идаралығына шәхси документығыҙ һәм ғариза менән мөрәжәғәт итһәгеҙ, ҡалған документтарҙы улар үҙҙәре туплай. Беҙгә ғариза һәм әҙер бизнес-план яҙып килергә мөмкин. Кем нимә менән шөғөлләнергә теләгәндәргә беҙ әҙер шаблон менән ярҙам итәбеҙ.
- Социаль контракт нигеҙендә ниндәй күләмдәге аҡсаға өмөт итергә була? Ул түләүҙе ҡайҙа тотонорға?
- Шәхси хужалыҡты йәйелдереү өсөн 200 мең һум күләмдә ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ул аҡсаға ҡош-ҡорт үрсетәме, йә иһә башмаҡ алып үҫтереп һатамы, ем, аҙыҡ аламы – һәр хәлдә йыл дауамында ул үҙенең килемен арттырыу тураһында ай һайын отчет биреп барырға тейеш. Әйткәндәй, был мөмкинлек менән пенсияһы түбән булған хаҡлы ялдағылар ҙа ҡуллана ала.
Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән аҙ килемлеләргә 300 мең һум аҡса бирелә. Улар менән дә беҙ шөғөлләнәбеҙ. Үҙенең биографияһы, ниндәй өлкәлә хеҙмәт юлын башларға ниәтләүе, был өлкәлә тәжрибәһе, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә яҡшы үҙгәреш индереүен сағылдырған әҙер бизнес-планы махсус комиссияның хуплауын табырға тейеш. Бер ай эсендә күсерелгән аҡсаны ул эшҡыуарлыҡты йәйелдерер өсөн ҡорамал алыуға тотонорға кәрәк.
Бөгөн уңышлы эшләгән бер нисә эшҡыуарҙы миҫал итеп килтерәм. Мәҫәлән, Самат Әмирханов – ҡортсолоҡ, Диана Тимерәева - икмәк бешереү, Клара Әхмәрова кейтеринг менән шөғөлләнә. Дарья Старкова ағастан башҡорт сувенирҙары, Лиана Йәнбирҙина сыр етештерһә, Әлиә Ибраҡова юридик консультация бирә. Гөлнара Әхмәрованың шәшке һәм башҡа тире-тундарҙы үҙгәртеп тегеү эше уңышлы бара. Кемдер матурлыҡ индустрияһында хеҙмәт күрһәтеп, йә иһә автосервис асып, техника ремонтлап, аш-һыу бешереп ҡатмарлы тормош хәленән сыҡҡан.
- Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан махсус хәрби операция ветерандарына ла айырым иғтибар бүләһегеҙ.
- Быйылдан МХО ветерандарына эшҡыуарлыҡ эшен асыу мөмкинлеге булдырылды. I йәки II төркөм инвалидтары тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса, социаль контрактты уларҙың ҡатындары менән дә төҙөргә мөмкин. Шуныһы мөһим: был йүнәлеш буйынса социаль контракт бер тапҡыр ғына төҙөлә. Беҙҙең районға бирелгән өс квотаны ла файҙаландыҡ. Үҙ эшен асҡан Вадим Морозов, Артем Кудрявцев, Ҡадир Дәүләтбаев бөгөн уңышлы эшләй.
- Юлиә Әмир ҡыҙы, файҙалы әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Иң мөһиме – социаль контракт менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә аяҡ баҫырға мөмкинлек бирһен.