

Сараның төп маҡсаты булып йәш быуынға сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәтен аңлатыу, эскелеккә һәм тәмәке тартыуға ҡаршы иммунитет булдырыу торҙо. Әбет ауыл биләмәһе башлығы Венир Исламғолов, Ерек ауылы старостаһы Садиҡов, мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Яҡупова, медпункт фельдшеры Әлиә Зиннурова һәм башҡа сығыш яһаусылар халыҡ менән аралашып, һаулыҡтың ни тиклем ҡиммәт икәнлеген тағы ла бер иҫкәртте, буклет-иҫкәрмәләр таратты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Флүрә Бикташева, Мәстүрә Ҡунаҡбаева “йәшел йылан”ға ҡарата яҙылған халыҡ ижады өлгөләрен уҡып ишеттерҙе. Йәштәргә миҫал булһын өсөн Мансур Хәкимов үҙенең иҫерткес эсемлектәр ҡулланған йәш ваҡытын һәм айыҡ тормош алып барған әлеге ваҡыттағы торошон сағыштырҙы.
Ауыл халҡы ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, самогон һатып аҡса эшләгәндәрҙе тыйырға тигән тәҡдимен индерҙе.