ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Ноябрь 2016, 11:52

Район-ҡала йәмғиәте командаһы - призерҙар рәтендә

Стәрлетамаҡта “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийында аяҡ-ҡулы зарарланғандар араһында XXVI спартакиада иҫәбенә өҫтәл теннисы һәм дартс буйынса ярыш үтте.

Стәрлетамаҡта “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийында аяҡ-ҡулы зарарланғандар араһында XXVI спартакиада иҫәбенә өҫтәл теннисы һәм дартс буйынса ярыш үтте.



Унда республиканың төрлө төбәгенән 34 команда ҡатнашты. Составында Миләүшә Ишбулатова, Ирина Пушка һәм Ринат Дәүләтшин булған команда беҙҙең район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Улар күптәрҙе артҡа ҡалдырып, дартс буйынса өсөнсө урын яуланы. Өҫтәл теннисынан Миләүшә Ишбулатова - өсөнсө, Ирина Пушка дүртенсе урынға сыҡты.
Читайте нас: