Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Декабрь 2016, 14:20

“Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә” байрамы

Ергән физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә” байрамы үтте. Дөйөм белем биреү һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған сара спортсы ғаиләләр абруйын күтәреү генә түгел, ә халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсаты менән үткәрелде.

Ергән физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә” байрамы үтте. Дөйөм белем биреү һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған сара спортсы ғаиләләр абруйын күтәреү генә түгел, ә халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсаты менән үткәрелде.



Спорт байрамында ете беренсе класс уҡыусыһы һәм уларҙың атай-әсәһе үҙенең тиҙлеген һәм еңеүгә ихтыяр көсөн күрһәтте. Ғаилә эстафетаһы, балалар араһында етеҙлеккә һынау ойошторолдо. Атайҙар спорт күнекмәләре буйынса ярышты, ә әсәйҙәр тиҙлеккә уҙышты.


Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләре буйынса Алюковтар ғаиләһе еңеүсе булды. Икенсе урынға - Усмановтар, өсөнсөгә Ғәйнуллиндар командаһы сыҡты. Ярышта ҡатнашҡан бөтә ғаиләләр ҙә Маҡтау грамоталары һәм бер ай бассейнға буш йөрөү абонементы менән бүләкләнде.


“Батыр” спорт клубында “Әсәй, атай һәм мин - спортсы ғаилә” байрамы үтте. Унда ҡатнашҡандарға спорт эстафетаһын, көс күнекмәләрен күрһәтеү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, дартс, оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү, арҡан тартышыу кеүек һынауҙарҙы үтергә кәрәк ине.


Көсөргәнешле ярышта Һарыш ауыл биләмәһенән Солтанғоловтар ғаиләһе беренсе урын алды. Икенсе урынды Арыҫлан ауыл советынан Баязитовтар яуланы. Өсөнсөгә Мәләүез ауыл биләмәһенән Бүләковтар командаһы сыҡты. Башҡа командаларҙан Антоновканан - Домашовтар, Сәйеттән - Кентеньязовтар, Нөгөштән Колесниковтарҙы билдәләргә мөмкин. Еңеүселәрҙе генә түгел, спорт байрамында ҡатнашҡандарҙың бөтәһен дә район Хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире Ринат Ғибәҙуллин ҡиммәтле приз менән бүләкләне.


Читайте нас: