ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Сентябрь 2017, 12:53

Сәләмәт булыуҙың бер юлы - хәрәкәт итеү

Мәләүездә спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Яңы ҡоролмалар төҙөлә, иҫкеләре үҙгәртеп ҡорола, матди-техник база нығытыла. Йылдан-йыл мәләүездәр араһында даими физик культура менән шөғөлләнгәндәрҙең һаны арта.

Халыҡ-ара, Рәсәй, республика ярыштарында еңеүселәребеҙ бар. Уҙған шәмбелә ҡалала үткән береһенән-береһе сағыуыраҡ һәм мөһимерәк ваҡиғалар ҙа район-ҡалала спорт һәм физик культураның үҫешен, сәләмәт тормош киң пропагандаланыуын дәлилләй.
Атап әйткәндә, был көндә 32-се биҫтәләге “Химик” стадионын, 4-се мәктәп биләмәһендәге күп функциялы спорт майҙансығын төҙөкләндереүҙән һуң асыу тантаналары ойошторолдо.
Тантаналы сарала спортсылар, уларҙың атай-әсәйҙәре, физик культура уҡытыусылары, тренерҙар ҡатнашты. Мөһим ваҡиға менән ҡотлап, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Сергей Макаров, спорт секторы мөдире Ринат Басиров, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов сығыш яһаны. Улар спорттың кеше тормошонда ҙур роль уйнауын билдәләне. Физик күнекмәләр сыныҡтыра, характер тәрбиәләй, һаулыҡты нығыта, ареналағы, майҙандағы уңыштар, еңеүҙәр шатлыҡ тойғоһо бирә. Спорт коллективизм, берҙәмлек хисен үҫтерә, төрлө милләт кешеләре араһында дуҫлыҡ булдыра.
Сығыш яһаусылар шулай уҡ был заманса үҙгәртеп ҡоролған спорт майҙансыҡтарында һәр төрлө һауа шарттарында ла шөғөлләнеү мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йомшаҡ синтетик япма температура үҙгәреүенән, дымдан ҡурҡмай, ә иң мөһиме, йәш спортсыларҙы йәрәхәт алыуҙан һаҡлаясаҡ. Бында футбол, волейбол, баскетбол буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин. Майҙансыҡта үткән физкультура дәрестәре лә балаларға һәм уҡытыусыларға ҡыуаныс ҡына килтерәсәк.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, “Химик” стадионында спортсылар өсөн - “Күңелле старттар” эстафетаһы, ә 4-се мәктәптең күп функциялы майҙансығында 5-11-се кластар ҡатнашлығында йыл һайын үткәрелгән аэробика буйынса фестиваль ойошторолдо.
Рәсәй Президенты гранты
Был көндө шулай уҡ район-ҡала инвалидтар ойошмаһы янында “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге нигеҙендә булдырылған “Бергә булырға” тип аталған ғаиләгә ярҙам итеү үҙәге асылды. Таҫма киҫеү йолаһын район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм 16 йәшлек Фәнүр Аҡназаров үтәне.
Үҙәк Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сиктәрендә асылды. Уны бер йыл элек “Яҡтылыҡ нуры” мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам фонды фонды етәксеһе Әлфиә Баһауетдинова еңеп сыҡҡайны. Үҙәктәге ҡорамалдар, йыһаздар, уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ грант аҡсаһына алынды, ә бина район Хакимиәте ярҙамында ремонтланды.
Үҙәктә дауалау-физкультура, психологик көсөргәнештән ҡотолоу бүлмәһе, оҫтахана кеүек өс кабинет эшләй. Ул тейешле график буйынса эшләйәсәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр унда үҙенә оҡшаған, сәләмәтлеге өсөн мөһим күнекмәләр менән шөғөлләнәсәк. Был үҙәк балаларҙың да, уларҙың атай-әсәйҙәренең дә күңеленә хуш килер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: