ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь 2017, 12:57

Йылы күл яры буйында 1000 кедр ултыртылды

“Башҡортостан” милли паркында агротуризмға арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдоМәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәтебуйынса Комитет рәйесе төркөмө етәксеһе Э.Р. Айытҡолова, уның урынбаҫары И.А. Зарипов,унда БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры И.Р. Һаҙыев ҡатнашты.

Уларҙы Мәләүез районы муниципаль районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, ФГБУ директоры Владимир Кузнецов, “Башҡорт кәзәһе” ферма етәксеһе Ниғмәтуллин Эдуард ҡаршы алдылар.
Башта сарала ҡатнашыусылар кәзә фермаһына йүнәлде. Сырҙы эшләү технологияһы һәм һаҡлаушарттары менән таныштылар. Хужаһы менән аралаштылар, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алдылар.
-Бында күбеһенсә балалар менән киләләр, тәбиғи продуктты тәмләп ҡарар өсөн генә түгел, ә кәзә һөтөнән эшләнгән сырҙың серен асыу өсөн дә, - ти Эдуард Марксович.
Яҡты эҙ ҡалдырайыҡ
Ағас ултыртыу “Йәшә урман” Бөтә Рәсәй экология акцияһы сиктәрендә үтә. Был беҙҙе берләштерә һәм йәшәүҙең ысын мәғәнәһен аса -тип сараны асып ебәрҙе тәбиғәт һәм экология министры Илдар Һаҙыев.
Артабан һүҙҙе парк директоры Владимир Кузнецов дауам итте. “Экология йылында, агротуризм яҡшы йүнәлеш. -Хәҙерге ваҡытта был бик кәрәк, сөнки тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, матурлыҡты тойорға өйрәтеү менән тергә һаҡсыл ҡараш тәжрибәһе туплана. "Башҡортостан" милли паркы Юнеско программаһы буйынса “Башҡорт Уралы” биосфера резервы составына инә”.
Эш төркөмө етәксеһе Элвира Айытҡолова сығышында: “Беҙ бәрәкәтле Мәләүез ерендә туризм үҫешен өйрәнергә килдек. Беҙҙең Республикабыҙ иҫ киткес бай һәм матур, һис шикһеҙ, уның гүзәллеген башҡалар ҙа күрергә тейеш”.
Нөгөш мәктәп уҡыусылары, БДУ студенттары, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары менән бергә Дәүләт Йыйылышы депутаттары 1000 кедр ағасы ултыртты. “Экослед” хәйриә хәрәкәте етәксеһе Рөстәм Мерәҫов әйтеүе буйынса, тиҙҙән бында “Мажаралар биләмәһе” - триатлон һәм дуатлон өсөн база, мульти уҙыш, йәйәүлеләр туризмы өсөн база - йәйелдерелә. Сара, Мәләүез районы миҫалында "Агротуризм өлкәһендәге ҡанундарҙы ғәмәлдә ҡулланыу" темаһына “түңәрәк өҫтәл”,форматында, фекер алышыу менән тамамланды.
Автор фотолары.
Читайте нас: