ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Ноябрь 2017, 15:34

Ихтыяр һәм рух көсө мөғжизә тыуҙыра

Яҡташыбыҙ Яна Чернышева – 27 йәшендә Бөтә донъя чемпионы 18-нән 21 октябргә тиклем Баку ҡалаһында грэпплинг буйынса Бөтә Донъя беренселеге һәм чемпионаты үтте. Был спорт төрөнөң киң танылыу алыуын 30 илдән 1635 спортсы ҡатнашыуы дәлилләй һәм ошо иҫәптә беҙҙең яҡташыбыҙ Яна Чернышеваның булыуы – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.

Грэпплинг – ҡатмарлы көрәш төрө, ә ҡатын- ҡыҙ өсөн айырыуса. Яна үҙенең 27 йәшендә ошо ябай булмаған ярышта дебютант булып сығыш яһай.
Яна, иң беренсе, ярышты ойошторыусыларға рәхмәт белдерҙе. Көрәшселәр өсөн бөтә шарттар ҙа бар, экипировка менән тулыһынса тәьмин ителгән. “Баку – иҫ киткес матур яҡты ҡала, халыҡ йылы ҡабул итте, кешеләре яғымлы, алсаҡ. Бергә фотоға төшөп, автограф алып, ихлас аралыштылар. СССР-ҙы һағыныуҙары, әлеге Рәсәй һәм уның Президенты тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишеттем,” - тип тәьҫораттары менән бүлеште спортсы.
Рәсәй йыйылма командаһы лайыҡлы сығыш яһай. Яна ла был һынауҙа ҡатнаша алғанына бик шат һәм, социаль селтәрҙәр аша аҡса йыйғанда икеләнеүҙәрен иҫкә төшөрөп, битараф ҡалмаған барлыҡ киң күңелле кешеләргә, айырыуса уҡыусыларына ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуарҙарға сикһеҙ рәхмәтле.
Ни өсөн грэпплинг һайлауы тураһында, Яна: “Был төрҙә сикләү бик аҙ, үҙеңде ирекле тояһың, шулай уҡ грэпплинг уникаль спорт төрө – ул үҙендә дзюдо, самбо, билбау көрәшен берләштерә.”
Балаларҙы тәрбиәләүгә, спортҡа ылыҡтырыуға бар көсөн һалған Яна күңел түрендә һәр ваҡыт ҙур спортҡа сығыу тураһында хыял йөрөтә һәм, тәҡдим алғас, уҡыусыларының уңышы менән илһамланып, үҙе лә йөрьәт итә. Республика, унан Рәсәй чемпионаттарында ҡатнаша һәм донъя аренаһына сыға. Бына ул еңеү – Бөтә донъя чемпионатында лайыҡлы 3-сө урын. Әлбиттә, был уңыштың нигеҙендә хәлдән тайғансы көндәлек күнекмәләр, ихтыяр һәм рух көсө тора.
Спорт менән Яна 4-се мәктәптә 7-се класта уҡығанда ныҡлы шөғөлләнә башлай. Дзюдо, самбо түңәрәктәренә йөрөгән элекке класташына эйәреп беренсе тапҡыр секцияға килә. “Бер-ике тапҡыр ҡыҙыҡ күреп килһәм, артабан, үҙем дә һиҙмәҫтән, ныҡлы ылығып киттем. Шаян була торғайным, күнекмәләрҙә был ҡамасаулай ине. Шуға ла беренсе тренерым Тупикина Светлана Викторовна йыш ҡына ҡалдырып, айырым шөғөлләнә ине. Бер көндө һаҡсы инеп: “Светлана Викторовна, һеҙ тағы ҡара кискә тиклем бындаһығыҙ!” – тине. Тренерымдың һүҙҙәре миңә асыш та, этәргес көс тә булды. “Бында буласаҡ чемпион үҫә, шөғөлләнмәй булмай,” - тине ул. Ә мин үпкәләй торғайным, бер туҡтауһыҙ мине “ҡыуғанға”. Ә Светлана Викторовна еңел ҡарауыма, холоҡһоҙланыума ҡарамай, миндә спортсы һәләтен күреп, уны асыуға, үҫтереүгә юл асты, мин уға бик рәхмәтлемен. Ул киткәс, Виктор Петрович Семеновта шөғөлләндем. Уның менән чемпионаттарға сыға башланыҡ. Беҙҙең ысын спорт ғаиләһе барлыҡҡа килде”, – тип спортсы үҫеш юлын барланы.
Ғаиләһендә спорт менән махсус шөғөлләнеүсе булмаһа ла, Янаны көслө, ихтыярлы бала итеп тәрбиәләйҙәр. Бына ошо сифаты сәбәп булғандыр ҙа инде еңеүгә ынтылышта. Ҡыҙ балаға хас булмаған спорт төрөн һайлауынан уның һаулығына зыян килер тип борсолған ата-әсә, Яна ярыштарҙа ҡатнашып, тәүге миҙал алып ҡайтҡас, уның ниәте етди икәнлеген аңлайҙар һәм күнәләр.
9-сы кластан һуң ҡыҙ Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә, 23 йәштә спорт мастеры нормативын үтәп, дзюдо буйынса Рәсәй йыйылма командаһында ярыша. Ошо уҡ йүнәлештә юғары белем ала, әммә алған етди йәрәхәттәре ваҡытлыса ҙур спорт менән хушлашырға мәжбүр итә. Фитнес үҙәгендә эшләп, үҙеңде яҡлау буйынса тәүге ҡатын-ҡыҙ төркөмөн ойоштора.
Унан тыуған яғына ҡайтып, спорт комплексында, МДИТУ-ла эшләй. Уҡыусыларының республика чемпионаттарында ҡатнашып призлы урындар яулай башлауы Янаға көс, дәрт өҫтәй. Айгөл Сәйфетдинова – панкратион буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, Эрнест Валитов – грэпплинг буйынса республика чемпионы, ә Ислам Зәйнәғәбдинов, Андрей Митюков, Леонид Иванцов, Никита Федоров, Алексей Животов, Матвей Серьга – призерҙар. Яна Чернышева – уҡыусылары өсөн батырлыҡ өлгөһө, бөтә ҡаршылыҡтарҙы, физик һыҙланыуҙарҙы еңеп, бәләкәй ҡалала ла, теләк һәм ныҡышмалылыҡ булғанда Бөтә донъя чемпионы кимәленә күтәрелергә мөмкинлекте, раҫлаған шәхес.
Балалар тренерҙарын ихтирам итәләр, шул уҡ ваҡытта ышаналар, уның менән яҡын дуҫ булараҡ серҙәрен уртаҡлашалар, кәңәш һорайҙар. Яна үҙе быны юғары баһалай: “Миңә иң мөһиме, уҡыусының ышанысын ғәмәлдә яулау, сөнки улар мине тыңларға һәм ишетергә, ҡабул итергә тейеш. Ярыштарҙа улар өсөн мин – атай ҙә, әсәй ҙә, дуҫ та, тренер ҙа... Шуға күрә мин уларҙың ышанысын аҡларға тырышам. Минең уңыштарым – уларға таяныс, еңеүгә ышаныс бирә.”
Бөгөн ул 4-6 йәшлектәр менән “Малыш-Крепыш” төркөмендә әҙерлек күнекмәләре үткәрә, ә 7-18 йәшлектәр менән “Боец” төркөмендә самбо, дзюдо, грэпплинг менән шөғөлләнә.
Яна үҙ өҫтөндә эшләүен дауам итә, хәҙер уның маҡсаты – донъя кимәлендә алтын миҙал яулау, һәм тәрбиәләнеүселәрен үҙ артынан эйәртеү. Улар Elit Form спорт үҙәгендә шөғөлләнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы шарттар талапҡа яуап бирмәй. Балалар хәүефһеҙлеге өсөн йомшаҡкеләм ҡаплауы мотлаҡ. “Әлеге уңыштар спортта яратҡан, илһөйәр, битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ярҙамында мөмкин булды, уларға рәхмәт. Ләкин бөгөн тейешле шарттар булмауы әҙерлеккә аяҡ сала, шуға күрә күнекмәләр үткәреүе өсөн шарттар тыуҙырыуҙа киң күңелле битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ярҙамына өмөт итәбеҙ,” – ти йәш тренер.
Мәләүез еренең данын алыҫ китғаларға таратҡан Бөтә донъя чемпионы Яна Чернышованың үтенесе яуапһыҙ ҡалмаҫ тип өмөтләнәбеҙ. Ул үҙе өсөн генә тырышмай бит, ә бәләкәй ҡалала ҙур спорт чемпиондарын әҙерләү менән яна Яна.
Фото Яна Чернышева архивынан.
Һүрәттә: Иванцов Леонид, Валитов Энест, Федоров Никита – грәпплинг буйынса республика чемпиондары; Яна Чернышова грәпплинг буйынса Бөтә донъя чемпионатында 3-се урынға лайыҡ булды.
Читайте нас: