ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Ноябрь 2017, 11:22

Әсәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы!

Бөтәизге башланғысҡа ғаиләлә нигеҙ һалына, дөрөҫөрәге әсәйҙәрҙән баш ала.

Сәләмәт тормош алып барған әсәй балаһын да спортҡа, физик культура менән шөғөлләнеүгә ылыҡтыра. Шуны күҙ уңында тотоп, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы район Хакимиәте менән берлектә йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙарҙың спорт фестивален үткәрә.
Сәләмәт тормошто пропагандалау, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялын файҙалы һәм күңелле ойоштороу, уларҙы спортҡа йәлеп итеү маҡсатында үткәрелгән байрамда ҡатнашырға теләгәндәр йылдан-йыл арта. Быйыл унда ҡала предприятиелары, ойошмаларынан 11 команда ҡатнашты. Быға тиклем айырым бер тармаҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара көс һынашһа, быйыл төрлө өлкәнән, атап әйткәндә сәнәғәт, етештереү, белем биреү, дауахана учреждениеларынан спортсылар майҙанға сыҡты.
Спорт сараһын асыу тантанаһында район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова байрам менән ҡотлап, йәмғиәт тормошонда әсәйҙәрҙең роле тураһында билдәләп үтте.
-Әсәй тигән бөйөк исемде йөрөтөү - ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете. Ер йөҙөнә килеүебеҙҙең төп бурысы ул, шуға ла беҙ балаларыбыҙға яҡшы әсәй булырға, исемебеҙҙе лайыҡлы аҡларға тейешбеҙ, - тине Жанна Николаевна.
Ярыш көсөргәнешле шарттарҙа, шул уҡ ваҡытта дуҫлыҡ мөхитендә үтте. Гүзәл заттар оҙонлоҡҡа һикереүҙә, кәрзингә туп ырғытыуҙа, иҙәндән кәүҙәне күтәреүҙә, дартс буйынса, йүгереүҙә һәм ҡатнаш эстафетала ярышты.
Таһыллыҡ, зирәклек һәм етеҙлек күрһәтеп, спорт фестиваленең төп призын, йәғни беренсе урынды “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте Мәләүез филиалы яуланы. Икенсе урынға - “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы”, өсөнсөгә “Водоканал” предприятиелары лайыҡ булды.
Фестиваль гүзәл заттарҙың физик әҙерлеге, спорт оҫталығы кимәлен һәм нимәгә һәләтле икәнлеген асыҡларға булышлыҡ итеп кенә ҡалманы, шулай уҡ уларға аралашыу шатлығы, яңы тәьҫораттар бүләк итте.
Һүрәттә: Алһыу Байсарова етәкселегендәге 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы командаһы ҡулсаға туп ырғыта.
Автор фотоһы.
Читайте нас: