Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Декабрь 2017, 14:15

Спорт клубы яңынан ишеген асты

Тиҙҙән “Спартаксы” клубында шөғөлләнергә теләүселәр һанытағы ла артырға тейеш.

Тиҙҙән “Спартаксы” клубында шөғөлләнергә теләүселәр һаны тағы ла артырға тейеш. Был хаҡта уны асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов билдәләп үтте.

Төбәк етәксеһе клубҡа йөрөгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе иҫтәлекле көн менән ҡотлап, район-ҡалала спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен, һуңғы осорҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы, төбәктә 23 ихата майҙансығы барлыҡҡа килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ ремонт эшен башҡарған “Башинтерьерсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Сания Рыҫҡолова, “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге етәксеһе Роберт Шакиров сығыш яһаны.

Был үҫмерҙәр үҙәгенең тарихы 1976 йылға барып тоташа. Ул торлаҡ хужалығы тресында физкультура-һауыҡтырыу комбинаты булараҡ асылған. 2002 йылдан “Йәйғор” балалар спорт клубтары берекмәһе составында эшләй. 2007 йылдың 1 ғинуарынан иһә “Темп” үҙәгенә ҡарай. Әлеге ваҡытта унда “Дебют” шашка-шахмат, “Вита”, “Спартаксы”, “Аҡсарлаҡ”, “Ағиҙел”, “Олимп” спорт клубтары, “Ышаныс” психология, инвалид балалар өсөн “Лекотека” һәм 17 ауыл йәштәре үҙәге ҡарай. Клубтарҙың бөтәһе лә балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу, спорт һәм ижади йүнәлештә эшләй.

Шулар араһында ремонттан һуң асылған “Спартаксы” клубы әһәмиәтле урын биләй. Бөгөн унда 200-гә яҡын үҫмер күңеленә яҡын шөғөл тапҡан. Атап әйткәндә, балалар карате-до секцияһына (тренеры Сәйфи Рахманғолов, Дмитрий Кучеренко), заманса бейеүгә (Оксана Исмәғилева), фитнесҡа (Елена Щемелева), “Изге кешеләр” волонтерҙар түңәрәгенә (Наталья Лукичева) йөрөй. Уларҙы район-ҡалала үткән төрлө сараларҙа, хәйриә акцияларында, байрамдарҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа йыш күрергә мөмкин.

Һүрәттә: Яңыртылған клубты асҡандан һуң иҫтәлеккә фото.

Автор фотоһы.
Читайте нас: