ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Ғинуар 2018, 12:55

Ҡыш - саңғысыларҙың яратҡан миҙгеле

"Сәләмәтлек" саңғы базаһында ҙур спорт сараһы үтте

"Сәләмәтлек" саңғы базаһында ҙур спорт сараһы үтте
Унда саңғыла шыуыу миҙгелен асыуға арналған ярыш ойошторолдо. Спорт байрамында 200-ҙән ашыу кеше, атап әйткәндә 6-11-се класс уҡыусылары һәм ветеран спортсылар ҡатнашты.
Саңғы миҙгелен асыу тантанаһында район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров, райондың Саңғы спорты федерацияһы рәйесе Алик Сатлыҡов, спорт һәм физик культураны үҫтереү буйынса йәмәғәт советы рәйесе Сергей Макаров ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Улар йәш быуынды сәләмәт тормош алып барыуға саҡырҙы, ветеран спортсыларға физик культураны һәм спортты пропагандалауға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Иң беренсе стартҡа 6-7-се класс ҡыҙҙары сыҡты. Уларҙан һуң өлкән быуын спорт һөйөүселәре уҙышты. Һәр йәш төркөмө үҙ дистанцияһында ярышты йәғни ҡыҙҙар - 1, үҫмерҙәр 2 километрға йүгерҙе.
Шулай итеп, 6-7-се класс уҡыусылары араһында Алена Асташкина (4-се мәктәп), Роберт Имашев (4-се мәктәп), 8-9-сыларҙан Камилла Суҡмарова (4-се мәктәп), Дмитрий Рудык (8-се мәктәп), 10-11-селәрҙән Маргарита Ғәрифуллина (1-се мәктәп), Петр Дрыгин (4-се мәктәп) еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Дөйөм әйткәндә, уҡыусылар 4-се мәктәп - алты, 1-се мәктәп - дүрт, 8-се мәктәп - өс, Богородский - ике һәм 3, 9-сы гимназиялар, Антоновка мәктәбенән берәр призлы урын алды.
Ветеран спортсыларҙан Фәнилә Аллабирҙина, Анатолий Грачев беренсе урынға сыҡты.
Саңғы юлы һалынды. Хәҙер һәр теләгән кеше унда рәхәтләнеп шыуа ала. Спорт инвентарҙары булмағандар өсөн прокат эшләй. Көттөрөп кенә килгән ҡыштың һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ.
Һүрәттә: 4-се мәктәптән Алена Асташкина (тренеры Радик Байгилдин) финишҡа беренсе булып килде.
Стартта - 5-6-сы класс ҡыҙҙары.
Автор фотолары.
Читайте нас: