ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Февраль 2018, 14:52

Ергәндәр спортты һайлай

Ғинуар аҙағында Ергәндә “Ауылспортты һайлай!” IV спортакцияһына ярашлы ярыш үтте.

Ғинуар аҙағында Ергәндә “Ауыл спортты һайлай!” IV спорт акцияһына ярашлы ярыш үтте. Уны район Хакимиәтенең спорт секторы менән берлектә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторҙо.
“Ағиҙел” бассейнында башланғыс әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре араһында уйын төрөндә “Күңелле дельфин” ярышы уҙҙы. Унда кескәйҙәр тиҙлеккә, түҙемлелеккә һынау тотто. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә татлы призға лайыҡ булды.
Көрәш һәм волейбол менән шөғөлләнгән 9-10 йәшлектәр араһында “Беҙ ГТО тапшырабыҙ” ярышы ойошторолдо. Үҙ йәш төркөмөндә Искәндәр Йәғәфәров, Никита Әлимғужин, Данил Мельников, Яна Иванова еңеүсе булды. Икенсе-өсөнсө урындарға Радмир Вәлитов, Радмир Шафиҡанов, Давид Гаспорян, Марсель Мырҙаҡаевтар сыҡты.
Волейбол буйынса асыҡ беренселектә Ергән, Воскресенский ауылдары, Салауат ҡалаһы, спорт мәктәбенең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы көс һынашты. Унда маҡтаулы урындарҙы воскресенскийҙар, ергәндәр һәм Салауат ҡалаһы спортсылары яуланы.
Спорт-һауыҡтырыу комплексында “Әсәй, атай һәм мин – спортсы ғаилә!” байрамы уҙҙы. Еңеүсе исемен Ҡаһармановтар ғаиләһе алды. Икенсе-өсөнсө урындарға Абдуллиндар һәм Лексиндар лайыҡ булды. Маҡтаулы урындарҙы алғандарға бассейнға абонемент тапшырылды. Ибраһимовтар, Ҡотлоғужиндар һәм Тәмәевтар ғаиләләре әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Бөтә ғаилә өсөн күңелле спорт байрамын ойоштороусыларға, бағымсы ярҙамын күрһәткәндәргә балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре рәхмәт белдерҙе.
Гөлназ Ибраһимова, спорт мәктәбе тренеры.
Читайте нас: