Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Февраль 2018, 14:36
Кинйә Арыҫланов вариҫтары спортта ла алдынғы
9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу өсөн бөтә шарттар бар.
9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу өсөн бөтә шарттар бар. Шуларҙың береһе - волейбол түңәрәге. Ул беҙҙә 5 йыл элек булдырылды.
Ҡышҡы каникулдар мәлендә лә уҡыусыларыбыҙ яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнде. Гимназияның спорт залында волейбол буйынса түңәрәктә яңы алымдар өйрәндек, команда менән уйнау оҫталығын камиллаштырҙыҡ.
Яңыраҡ 2002-2005 йылғы уҡыусылар араһында волейбол буйынса ҡала беренселегендә ҡыҙҙар һәм малайҙар командаһы ҡатнашып, ныҡлы әҙерлек күрһәтте. Ҡыҙҙарыбыҙ таҫыллыҡта ал бирмәне һәм ҡала мәктәптәре араһында гимназия тарихында беренсе тапҡыр икенсе урын яуланы. Был беҙҙең өсөн етди еңеү.
Егеттәр ҙә яңыртылған составта үҙҙәренең берҙәм команда икәнлеген дәлилләп, шулай уҡ лайыҡлы икенсе урын алды.
Айнур Хисаметдинов, физкультура уҡытыусыһы
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит