ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Февраль 2018, 14:32

Спорт ярыштары

Турнир орбитаһы
Волейбол
2005-2006 йылғы үҫмерҙәр араһында волейбол ярышы үтте. Уны Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Спорт академияһы” волейбол клубы үткәрҙе.
Ярышта Мәләүез, Ишембай, Күмертау, Салауат һәм Стәрлемаҡтан командалар ҡатнашты. Уйын көсөргәнешле уҙҙы, һөҙөмтәлә беренсе-икенсе урындарҙы стәрлетамаҡтар һәм күмертауҙар яуланы. Өсөнсөгә мәләүездәр сыҡты. Ойоштороу комитеты Айгиз Мөхәмәҙиевты (Ергән, тренеры Л.Колосовский) иң яҡшы уйынсы тип билдәләне.
Түбәнге Новгородта 2003-2004 йылғы үҫмерҙәр араһында волейбол буйынса Рәсәй беренселегенә төбәк ярышы үтте. Унда Санкт-Петербург, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Пермь крайы, Башҡортостан һәм Татарстандан спортсылар ҡатнашты.
Беҙҙең республиканың йыйылма командаһы составында Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Иван Фролов (тренеры А.Усманов) өсөнсө урын алды һәм Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды.
Дзю-до көрәше
Салауат ҡалаһында дзю-до көрәше буйынса Күмертау һәм Салауат епископтары кубогына “Керәшен һыуыҡтары” асыҡ республика турниры уҙҙы. Унда Башҡортостан, Удмуртстан, Ырымбур һәм Силәбе өлкләренән 11-12 йәштәге 250-гә яҡын үҫмер ярышты. Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Андрей Банников (тренерҙары Н.Хәмитов, Д.Бикбулатов) үҙ ауырлыҡ төркөмөндә көмөш миҙал яуланы.
Гөлназ Ибраһимова, спорт мәктәбе методисы.
Читайте нас: