ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Февраль 2018, 15:14

Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә ярыш

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ, полицияның участка уполномоченныйы өлкән лейтенант Руслан Булатовты яҡташтары онотмай

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уның иҫтәлегенә үткәрелгән ҡул һуғышы буйынса асыҡ турнир ҙа шуны иҫбатлай. Спорт ярышы йыл һайын ойошторолоп, республиканың көньяҡ ҡала-райондарынан байтаҡ ҡул һуғышы менән шөғөлләнеүселәрҙе йыя. Быйыл унда Салауат, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Ишембай, Күгәрсен һәм Мәләүездән 80-гә яҡын спортсы ҡатнашты.

Турнирҙы асыу тантанаһында район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров, район-ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Сергей Родионов, эске эштәр бүлеге ветерандары Виктор Воробьев, Фәнил Ғәбиҙуллин сығыш яһаны.

Чечня һуғышы булараҡ ил тарихына инеп ҡалған ҡанлы бәрелеш әле булһа меңәрләгән әсәй-атай һәм, әлбиттә, хәрбиҙәр йөрәгендә уңалмаҫ яра һымаҡ һулҡылдай. Күп яҡташтарыбыҙға уның уртаһында ҡайнарға, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килде. Билдәле булыуынса, район-ҡала эске эштәр бүлегендә участка уполномоченныйы булып эшләп йөрөгән Руслан Булатовтың да ғүмере хәрби бурысын үтәгәндә өҙөлә. 2001 йылдың 30 июлендә Чечня Республикаһының Алхан-Юрт ауылы янында уның машинаһы боҫҡонға йәки засадаға эләгә. Яҡташыбыҙ башҡа хеҙмәткәрҙәр менән һуғыш припастары бөткәнсе дошман менән көрәшә. Өҫтәмә ярҙам килгәнсе боевиктарҙы үткәрмәйҙәр. Шул ваҡытта Руслан Рәшит улы ҡаты яралана һәм йән бирә. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Сығыш яһаусылар батыр егеттең ҡыйыулығы йәш быуынға өлгө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер минут тын ҡалып, иҫкә алғас, турнирға старт бирелде. Шулай итеп, спорт оҫталығы һәм яҡшы физик әҙерлек күрһәтеп, үҙ ауырлыҡ төркөмөндә Федор Матвеев (“Титан” клубы), Юлиә Ҡантимерова(“Айыу”), Арина Акшенцева (”Айыу”), Физәлиә Сәғиҙуллина (Ишембай балалар спорт мәктәбе), Фидан Байназаров (“Олимп”), Антон Платонов, Илнур Йәғәфәров, Дмитрий Чекунов, Вадим Кравченко (“Витязь”), Мовсес Мовсесян (“Айыу”) еңеүсе исемен яуланы. Атап әйткәндә, “Титан”, “Олимп”, “Айыу” клубтары - Мәләүездеке, “Витязь” - Стәрлетамаҡтан. Шулай уҡ беҙҙең кадет корпусынан спортсылар икенсе-өсөнсө урын алдылар. Был турнир, ысын мәғәнәһендә, ныҡлыҡҡа, таһыллыҡҡа, тәүәккәллеккә һынау булды.

Һүрәттә: турнир барышы. Батыр яҡташыбыҙҙың атаһы Рәшит Булатов спортсыларға тәүәккәллек, ихтыяр көсө һәм рух күтәренкелеге теләне.

Автор фотолары.


Читайте нас: