Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Февраль 2018, 15:00
Мәләүездә туризм яңы башланғыс ала
Бөтә донъя туған телдәр көнө билдәләнгәндә “Башҡортостан “ милли парк биләмәһендә урынлашҡан Ырғыҙлы, Һәргәй, Иштуған ауылдарында “Урал батыр” фольклор байрамы уҙҙы.
Бөтә донъя туған телдәр көнө билдәләнгәндә “Башҡортостан “ милли парк биләмәһендә урынлашҡан Ырғыҙлы, Һәргәй, Иштуған ауылдарында “Урал батыр” фольклор байрамы уҙҙы. Сараның маҡсаты -“Урал батыр” эпосында кешенең тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнеше, рухи бөтөнлөгө, донъяуи ҡанундарҙы тапшырыу маһирлығын күрһәтеү, башҡорттарҙың боронғо йолауи уйындарын пропагандалау, уларҙы үҫеп килгән быуынға еткереү. Урал батыр тәбиғәтте һаҡлауҙы васыят итеп тапшырған. Бөгөн был миссияны “Башҡортостан” милли парк белгестәре дауам итә. Биләмә туризм ныҡлы үҫешә. Бында иң мөһиме, тәбиғәткә зыян килтермәй, уны артабан да ҡомартҡы итеп тапшырыу күҙ уңында тотола.
Район республиканың көньяҡ зонаһында урынлашҡан һәм туризм үҫеше өсөн уңайлы. Нөгөш һыуһаҡлағысы, мәмерйә һәм тәбиғәт ҡомартҡылары, “Көнгәк” ҡурсаулығы, ”Башҡортостан” милли паркы, Воскресенский картиналар галереяһы, “Воскресенский баҡыр иретеү заводы” сәнәғәт архитектураһы һәйкәле хатта сит төбәктәрҙә лә танылыу яуланы. Туристарға агротуризм, ял базалары, туристик маршруттар буйынса сәйәхәт ойошторола.
Айра Салауатова.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?