Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Февраль 2018, 14:22

Пхенчанда Ҡышҡы уйындар тамамланды

Рәсәй командаһы уйындарҙан 17 миҙал яулап, ун өсөнсө урынға сыҡты.

Рәсәй командаһы уйындарҙан 17 миҙал яулап, ун өсөнсө урынға сыҡты. Был һан Сочиҙағы Ҡышҡы уйындарҙа алған миҙалдарҙың яртыһы ғына. Унда спортсыларыбыҙ 33 миҙалға лайыҡ булғайны.
Халыҡ-ара олимпия комитеты талабы буйынса Рәсәй командаһы нейтраль флаг аҫтында сығыш яһаһа ла, көйәрмәндәр уларға ҙур өмөт бағланы. Айырыуса хоккейсыларҙың алтын миҙал менән ҡайтырына ышанды һәм, күреүегеҙсә, уларҙың ышанысы аҡланды! Илебеҙ хоккейсылары һуңғы тапҡыр алтынды 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала алды. Ул саҡта Уйындарҙа шулай уҡ олимпия флагы аҫтында сығыш яһаусы берләшкән команда еңде.
2018 йылғы финалда Рәсәйҙән олимпия атлеттары Германия командаһы менән уйнаны. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһын Василий Кошечкин һаҡланы.
Матчтың төп ваҡыты 3:3 тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Овертаймда еңеү шайбаһын «Салауат Юлаев»тың элекке уйынсыһы, йәш һөжүм итеүсе Кирилл Капризов индерҙе.
Еңеү матчында «Салауат Юлаев»тың тағы ла бер тәрбиәләнеүсеһе, хәҙер СКА өсөн сығыш яһаусы, һаҡсы Андрей Зубарев уйнаны.
Дөйөм алғанда, миҙал һаны буйынса Норвегия - беренсе урында (13- алтын, 14- көмөш, 11- бронза). Германия - 31, Канада һәм АҠШ - 23-шәр, Нидерландтар - 20, Көньяҡ Корея Рәсәй кеүек үк - 17 миҙал.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: Норвегияның тәүге баҫҡысҡа күтәрелеүендә Рәсәй саңғысылары һәм биатлонсыларының ярышта ҡатнашмауҙарының роле ҙур.
Читайте нас: