ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Март 2018, 17:03

Башҡорт батыры

Ул көс мөғжизәһе буйынса Гиннес рекорды китабына индерелгән. Эльбрус Хәмит улы пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда “Планетаның иң көслө кешеһе” ярышында вице-чемпион була, ә “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирҙарында 4 тапҡыр еңеп сыға.

Рәсәйҙә иң көслө кеше Эльбрус Ниғмәтуллин "Арҡайым" сауҙа комплексында һәм балалар спорты клубында мәләүездәр менән осрашты.
Ул көс мөғжизәһе буйынса Гиннес рекорды китабына индерелгән. Эльбрус Хәмит улы пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда “Планетаның иң көслө кешеһе” ярышында вице-чемпион була, ә “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирҙарында 4 тапҡыр еңеп сыға.
Мауыҡтырғыс әңгәмәнән һуң, башҡорт батыры үҙенең ғәҙәттән тыш көслө кеше булыуын ғәмәлдә иҫбатлап, хайран ҡалдырырлыҡ күргәҙмә сығыш яһаны: уның ҡулында тимер таба ла ҡағыҙ кеүек бөгөлә, грелка ла ябай шар кеүек өрөлә. Спортсы тамашасылар менән көс һәм һаулыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ мәләүез ерендә беренсе тапҡыр булмауын да иҫкә төшөрҙө. Мәләүездәр ҙә был баһадирҙың “ Мин үлмәнем, башҡорттар” фильмында Салауат Юлаев ролен башҡарыуын һәм кино эпизодтары нәҡ беҙҙең районда Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында төшөрөлөүен яҡшы хәтерләй. Айырыуса йәш быуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һорау яуҙырҙы. Уларҙың ла шундай көслө булыу теләге тыуғандыр, моғайын.
Матбуғат-конференцияһы видеоларын беҙҙең төркөмдә ҡарай алаһығыҙ https://vk.com/kungakmeleuz
Башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллиндың ҡулында тимер таба ла ҡағыҙ кеүек бөгөлә, грелка ла ябай шар кеүек өрөлә.
Автор фотолары.
Читайте нас: