ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Март 2018, 15:57

Иң етеҙ йүгеректәр йыйылды

Ҡаланың “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркы күңелле тауыштарға күмелде Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, унда Башҡортостандың 11 район-ҡалаһынан 130-ға яҡын иң етеҙ йүгерек йыйылды. Еңел атлетика буйынса республика чемпионаты йыл да үткәрелә һәм Мәләүездә үткән спорт ярыштары араһында иң ҙур, күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың береһенә әүерелә.

Ҡаланың “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркы күңелле тауыштарға күмелде
Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, унда Башҡортостандың 11 район-ҡалаһынан 130-ға яҡын иң етеҙ йүгерек йыйылды. Еңел атлетика буйынса республика чемпионаты йыл да үткәрелә һәм Мәләүездә үткән спорт ярыштары араһында иң ҙур, күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың береһенә әүерелә. Быйыл чемпионатта Өфө, Дүртөйлө, Туймазы, Белорет, Учалы, Яңауыл ҡалаларынан, Мишкә, Бишбүләк, Краснокама һәм беҙҙең райондан 12-нән 23 йәшкә тиклемге спортсылар уҙышты.
Мәләүез элек-электән еңел атлеттары менән дан тота. Балалар-үҫмерҙәр спорт һарайы тәрбиәләнеүселәре араһында һәм белем биреү учреждениеларында ла ҙур һөҙөмтәгә өлгәшкән йүгеректәр бар. Спорттың был төрө буйынса башҡа төбәктәр менән уртаҡлашыр тәжрибә лә, күрһәтер һөҙөмтәләр ҙә байтаҡ. Шуға күрә район йыл һайын республиканың төрлө төбәгенән спортсыларҙы ҙур теләк менән ҡаршы ала.
Быйыл һауа температураһы түбән булыуға бәйле, старт ике сәғәткә һуңлап бирелһә лә, ярыш ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Иң беренсе, 2005-2006 йылғы ҡыҙҙар уҙышты. Улар финишҡа етеү менән ошо йәш төркөмөндәге үҫмерҙәр старт алды. Бер үк ваҡытта бүләкләү тантанаһы ла ойошторолдо. Ярыш призерҙарын еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың дәүләт тренеры Геннадий Алексеев ҡотланы.
Шулай итеп, мәләүездәрҙән үҙ йәш төркөмөндә Аделина Чурбанова (6-сы лицей), Динис Хәлитов (4-се мәктәп), Юлиә Низаметдинова, Әлфиә Ғибәҙуллина, Андрей Сафронов (өсөһө лә спорт мәктәбенән) беренсе урын яуланы.
Икенсе маҡтаулы урынға Екатерина Полякова (күп профилле колледж), Илфат Раҡаев, Вилдан Ғәҙелшин (икеһе лә спорт мәктәбенән) лайыҡ булды. Өсөнсөгә Луиза Литвинова (спорт мәктәбе) сыҡты. Снежана Ғималетдинова (4-се мәктәп) дүртенсе урын алды. Призлы урын алған спортсыларҙы чемпионатҡа тренерҙар Илдар Әхтәмов, Светлана Ларионова, Луиза Литвинова әҙерләне. Ярышты үткәреүгә район Хакимиәте, “Зеленхоз” предприятиеһы, тәрбиәләнеүселәрҙең атай-әсәйҙәре, белем биреү учреждениелары педагогия коллективтары булышлыҡ итте.
Һүрәттә: 2005-2006 йылғылар араһында ике километрға уҙышып, дүртенсе-алтынсы урындар алған Мәләүез ҡыҙҙары.
Старт алдынан.
Автор фотолары.
Читайте нас: