ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Март 2018, 13:58

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ял көнө “хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) нормативтарын берҙәм тапшырырға сыҡты.

Ирина Руднева ҡыҙы Татьяна менән күнекмә яһай.  Ирина Руднева:  - Мин спортты яратам. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Улым бокс, көрәш менән шөғөлләнә. Ҡыҙым бейеүҙе һайланы. Атайҙары ла физик күнекмәләргә ҙур иғтибар бирә. Мин бөтәһенә лә, йәшкә ҡарамай, әүҙем тор

Спорт һарайында улар иҡыҫҡа арауыҡҡа йүгереү буйынса ярышты, кәүҙәне иҙәндән күтәреү, турникта күтәрелеү, оҙонлоҡҡа һикереү, һығылмалыҡ һәм тән мускулын нығытыу буйынса күнекмәләр нормаһын үтәнеләр. Бынан тыш арҡан тартышыу, эстафета тапшырыу уйындарында ҡатнаштылар.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов физик һаулыҡты, мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙә башҡаларға өлгө күрһәтте.
ГТО тапшырыусылар саранан дәрт, дарман алды һәм үҙҙәренең физик әҙерлектәрен баһалай алдылар. Күрһәткестәр йәшкә ҡарап билдәләнде.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов кәүҙәне 51 тапҡыр күтәреп, иң яҡшы күрһәткескә өлгәште; Ирина Руднева ҡыҙы Татьяна менән күнекмә яһай.
Ирина Руднева:
- Мин спортты яратам. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Улым бокс, көрәш менән шөғөлләнә. Ҡыҙым бейеүҙе һайланы. Атайҙары ла физик күнекмәләргә ҙур иғтибар бирә. Мин бөтәһенә лә, йәшкә ҡарамай, әүҙем тормош алып барырға кәңәш итер инем, хәрәкәттә - бәрәкәт.
Читайте нас: