ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Март 2018, 12:23

Үҙ хоҡуғыңды беләһеңме?

Үҫмерҙәр араһында һәм шулай уҡ уларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе, наркотик, тәмәке һәм алкоголле эсемлек ҡулланыу кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса район-ҡалала төрлө йүнәлештә эш алып барыла. Йыл һайын белем биреү учреждениеларында үткәрелгән “Хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ мәктәп” тип аталған ун көнлөк тә шул маҡсаттан сығып ойошторола.

Үҫмерҙәр араһында һәм шулай уҡ уларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе, наркотик, тәмәке һәм алкоголле эсемлек ҡулланыу кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса район-ҡалала төрлө йүнәлештә эш алып барыла. Йыл һайын белем биреү учреждениеларында үткәрелгән “Хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ мәктәп” тип аталған ун көнлөк тә шул маҡсаттан сығып ойошторола.
Күптән түгел декадник сиктәрендә “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт-спорт эстафетаһы үтте. Уны асыу тантанаһында мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, балиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Елена Васильева сығыш яһаны. Улар, тәү сиратта, йәш быуынды, спорт менән әүҙем шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләгәндәргә ведомство-ара бәйләнеште, белем биреү учреждениеларында иҫкәртеү эшен көсәйтеү, уҡыусыларҙың үҙидаралығын әүҙемләштереү бурысы йөкмәтелде.
Өҫтәмә белем биреү педагогтары бай йөкмәткеле конкурс программаһы әҙерләгәйне. Балалар экология үҙәге - “Тыуған һуҡмаҡтан”, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы - “Изгелек юлынан”, Иван Яковлев исемендәге балалар үҙәге - “Үҫмер һәм закон”, йәш техниктар станцияһы “3Д моделләштереү” темаларына мауыҡтырғыс конкурстар ойошторҙо. Улар араһында Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылына арналғандары ла бар ине. Сараның икенсе өлөшөндә спорт мәктәбе педагогтары ҡатнаш эстафета үткәрҙе.
Конкурс һәм ярыш һөҙөмтәләре буйынса фестивалдә ҡатнашыусылар мәғариф идаралығы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Шулай итеп, “Спартакиада”, “Метеорит”, “Пионерҙар”, “Төньяҡ балҡышы”, “Дуҫлыҡ” командалары - беренсе, “Чемпион”, “Сикһеҙлек”, “Бөркөт” һәм “Ракета” икенсе урынға сыҡты.
Ун көнлөк барышында белем биреү учреждениеларында өлкән класс уҡыусылары советтары ултырыштары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторола. Декадникка йомғаҡ 28 мартта өлкән класс уҡыусылары форумында яһала.
Читайте нас: