ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Март 2018, 12:18

Ярыш ҡына түгел, сәләмәтлек байрамы ла булды

«Сәләмәтлек» саңғы базаһында саңғы ярышы үтте. Балаларҙы, йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм көслө саңғысыларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.

«Сәләмәтлек» саңғы базаһында саңғы ярышы үтте.
Балаларҙы, йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм көслө саңғысыларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.
Төрлө йәштәге спортсылар уҙышҡа күтәренке кәйеф менән килде, сөнки тап саңғысылар яратҡан елһеҙ, тыныс көн ине. Ғөмүмән, ҡыш ҡарһыҙ булһа ла, трасса буш торманы. Унда тәүлектең төрлө ваҡытында саңғы спортын яратҡандарҙы күрергә була ине. Улар араһында спорт менән һөнәри шөғөлләнгәндәрҙе лә, әүҙем ял иткәндәрҙе лә осратырға мөмкин. Шуға ла быға тиклем күнекмә үткәндәргә 2-3 километрҙы шыуып үтеү еңелерәккә тура килде. Мәктәп уҡыусылары физик культура дәрестәрендә даими әҙерлек үтә. Шуға ла уларҙы беренсе булып стартҡа баҫыу ҡурҡытманы.
Сараны асыу тантанаһында район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров уҙышта ҡатнашыусыларға еңел старт, еңеүгә ынтылыш һәм юғары һөҙөмтә теләне.
Ярыш бер нисә төркөмдә уҙғарылды. Иң тәүҙә 5-6-сы класс малайҙары 2 километға уҙышты. Уларҙан һуң шундай уҡ дистацияла ошо йәш төркөмөндәге ҡыҙҙар йүгерҙе. Артабан 7-8-селәр, 9-11-селәр ярышты. ГТО нормативын тапшырған уҡыусылар ҙа бар ине.
Мәктәп уҡыусыларынан һуң ҡаланың һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыларына, студенттарға старт бирелде. Уларҙан һуң хеҙмәт коллективтары уҙышты. Ярыш тамамланһа ла, саңғы трассаһы оҙаҡҡа тиклем күңелле тауыштарҙан тынмай торҙо. Саңғы спортын яратҡандар өсөн, ысын мәғәнәһендә, байрам булды.
Һүрәттә: Стартта - 5-6-сы класс уҡыусылары.
Читайте нас: