ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Апрель 2018, 14:35

Ярыш ҡына түгел, күңелле аралашыу байрамы ла булды

Спорт һарайы шәмбелә сәләмәт тормош һөйөүселәр менән тулды Унда XIV ауыл спартакиадаһы үтте.

Спорт һарайы шәмбелә сәләмәт тормош һөйөүселәр менән тулды Унда XIV ауыл спартакиадаһы үтте.
Ауыл хеҙмәтсәндәре араһында физик культураны популярлаштырыу, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу, көслө командаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған был фестивалде йыл һайын урындағы үҙидаралыҡ көнө алдынан үткәреү күркәм йолаға әйләнгән. Был хаҡта спорт байрамын асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков билдәләп үтте.
Спартакиаданың халыҡ һаулығын нығытыу, сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән әһәмиәте ифрат ҙур. Шулай уҡ ауыл йәштәренең ялын файҙалы ойоштороуҙа отошло сара. Район Хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм секторы мөдире Ринат Басиров, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы урындағы башҡарма комитеты етәксеһе, физик культура һәм спорт буйынса йәмәғәт советы рәйесе Сергей Макаров күп кеше ҡатнашҡан спорт байрамдары халыҡты берләштерә, уларҙа илһөйәрлек рухы, коллективизм хисен тәрбиәләй.
Фестивалдә бөтәһе 11 ауыл биләмәһенән йыйылма командалар ҡатнашты. Улар спорттың ун төрө буйынса көс һынашты. Саңғы ярышы йомғаҡтары ҡышҡы спартакиада һөҙөмтәләренән алынды. Спорттың был төрөндә первомайҙарға етеүсе булманы.
Билбау көрәшендә 40-ҡа яҡын батыр майҙанға сыҡты. Еңеүгә ҙур ынтылыш һәм ихтыяр көсө күрһәтеп, Ергән ауыл биләмәһе спортсылары беренсе урын яуланы.
Өҫтәл теннисында воскресенскийҙар еңеүсе булды.
Ергәндәр шулай уҡ гер күтәреүҙә, футбол ярышында, йөҙөүҙә алдынғылыҡҡа сыҡты.
Шахмат уйыны ла ҡыҙыу темпта уҙҙы. Спорттың был төрөндә Мәләүез ауыл биләмәһе командаһы беренсе урынға лайыҡ булды.
Волейболда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Первомай ауыл биләмәһе йыйылма командаһы еңеүсе булды. Ир-егеттәрҙән воскресенскийҙар беренсе урын алды. Арҡан тартышыуҙа Первомай ауыл биләмәһе командаһы еңеүсе булды. Йөҙөүҙә көслө заттар - 50, гүзәл заттар 25 метрға уҙышты. Был спорт төрөндә лә ергәндәр алдынғы булды. Армспортта ла һынатманы улар, первомайҙар менән бергә беренсе урын алды. Шулай итеп, дөйөм команда иҫәбендә спартакиада еңеүсеһе исемен Ергән командаһы лайыҡлы яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарға Первомай һәм Воскресенский ауыл биләмәһе спортсылары лайыҡ булды.
Ярыш көсөргәнешле темпта үтте, шул уҡ ваҡытта ауыл спортсылары өсөн күңелле аралашыу байрамы ла булды. Еңеүселәр һәм призлы урын алғандар район Хакимиәте Маҡтау грамоталары, дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
Һүрәттәрҙә: Шахмат уйынын төрлө йәштәгеләр үҙ итә.
Өҫтәл теннисы етеҙлекте, зирәклекте ярата
Автор фотоһы.
Читайте нас: