Конгэк
+21 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Май 2018, 13:46
Спортҡа һөйөү уятып
Сәләмәт тормошҡа бәләкәйҙән йәлеп итеү мотлаҡ кәрәк, сөнки спорттың йәш быуынды дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләүҙә роле бик ҙур.
Сәләмәт тормошҡа бәләкәйҙән йәлеп итеү мотлаҡ кәрәк, сөнки спорттың йәш быуынды дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләүҙә роле бик ҙур. Билдәле булыуынса, спорт менән шөғөлләнгән балалар һирәк ауырый, юғары уңыштарға ла өлгәшкәндәре күп.
Сәләмәт тормошто пропагандалау уңайынан Спорт һарайында ҡала балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында XIV спартакиада үтте. Сара тантаналы теҙелеү һәм 12-се баҡсаның ҡыҙҙары сығышы менән башланды. Район Хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм секторы мөдире Ринат Басиров, мәғариф идаралығы әйҙәүсе белгесе Наталья Бережная кескәйҙәргә уңыштар теләне.
Биш эстафетанан торған ярыш ҡыҙыу алҡыштар менән оҙатылып барҙы. Балалар, ысын күңелдән дәртләнеп, еңеү яуларға тырышты. Көйәрмәндәр һәммәһе үҙенең командаһы өсөн янды. Был күңелле сара кескәйҙәрҙең флешмоб бейеүе менән тамамланды. Көсөргәнешле ярышта еңеүсе, еңелеүсе булмағандыр, моғайын, бөтә командалар ҙа миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнде. Шулай ҙа ҡағиҙә буйынса еңеүселәрҙе билдәләп, 21-се баҡса (1-се корпус) өсөнсө, (2корпус) икенсе, 24-се беренсе урынды яуланылар һәм иҫтәлек кубогы алып ҡыуанды.
Автор фотолары.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты