Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Июнь 2018, 14:10

Шүлгәнташ мәмерйәһе - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы

Илдәге йөҙҙән ашыу ҡурсаулыҡ араһында уникалдәре бик һирәк. Уралдағы 28 федераль ҡурсаулыҡ араһында «Шүлгәнташ» үҙенең тотороҡло эшләүе, ғилми ҡаҙаныштарға өлгәшеүе менән билдәле.

Илдәге йөҙҙән ашыу ҡурсаулыҡ араһында уникалдәре бик һирәк. Уралдағы 28 федераль ҡурсаулыҡ араһында «Шүлгәнташ» үҙенең тотороҡло эшләүе, ғилми ҡаҙаныштарға өлгәшеүе менән билдәле. Төп маҡсат - Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм «Бөр­йән­кәй» бал ҡортон өйрәнеү һәм һаҡлау. Шүлгәнташ мәмерйәһе атамаһы башҡорт халҡының баш китабы «Урал батыр» эпосына барып тоташа. Шүлгәнде Урал батырҙың ҡустыһы булараҡ ҡарайбыҙ.
2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40-10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына ҡыҙыл буяу (охра) менән төшөргән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяға танылды. Шүлгәнташ палеолит осорондағы һүрәттәр һаҡланыуы менән туристарға сәйәхәт ҡылыу һәм ғалимдарға тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн уникаль объектҡа әйләнде. 1959 йылда табылған һүрәттәр Көнсығыш Европала иң боронғоларҙан һанала. Һуңғы йылдарҙағы тәжрибә күрһәтеүенсә, экологик туризм миф түгел, ә беҙҙең киләсәк эше. Ҡурсаулыҡта музей-экскурсия комплексы, ундағы мәмерйә, бал ҡорто музейы, туристик туҡталҡалар, комплекслы маршруттар селтәре үҫтерелә. Туризмдың үҫеүе - ыңғай күренеш, әммә мәмерйәнең һәм уның тирә-яғының деградацияһына ла килтереүе ихтимал. Музей-экскурсия комплексы мәмерйәгә антропоген йоғонтоно кәметеүгә булышлыҡ итә. Экологик туризмда ла сама булырға тейеш. Ҡурсаулыҡ бит тынлыҡ ярата, уның биләмәләренә рөх­сәтһеҙ инеү бөтөнләй тыйыла. Ғалимдар ҡурсаулыҡта туризмды үҫтереү буйынса бер фекергә килә алмай, рекрацион маҡсатта бәләкәй генә өлөшөн тәҡдим итә.
Мәмерйәлә тәүтормош кешеләре төшөргән һүрәттәр башҡа илдәрҙә лә бар. Ә бына солоҡсолоҡ бер илдә лә ҡабатланмай. Бөрйән солоҡ бал ҡорто «Бөр­йәнкәй» - республика бренды. Донъялағы абориген попу­ляцияны һаҡлау - ҡурсаулыҡ эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше. Мәскәүҙең Ветеринария-медицина академияһы ғалимдары килеп тикшерә һәм бер ниндәй ҙә вирус тапмай. Шулай уҡ ҡорттарҙың күс менән ояларын ташлап китеүен дә асыҡлай алмайҙар. Сәбәптәре билдәле булһа, сара күрелер ине. Был нәҙекәйбилдәр һыуыҡ­ҡа сыҙам, эшкә һәләтле, егәрле, йүкәнән әүҙем бал йыя. Ҡур­саулыҡ биләмәһендә тәбиғи шарттарҙа солоҡта һәм умарталарҙа йәшәйҙәр. Бер ҡорт ғаиләһенән 1-9 килограмм бал алырға була. Солоҡсолоҡ кәсеп кенә түгел, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ та, гено­фондтың ер йөҙөнән юғалыуына, башҡа бал ҡорттары менән ҡушылыуына юл ҡуйырға ярамай. Балауыҙ, сәскә һеркәһе, прополистан торған, төрлө микроэлементҡа бай солоҡ балы көҙ генә өлгөрә. Уның файҙалы булыуын барыһы ла белеп бөтмәй.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә лә хәүеф янай.
«Шүлгәнташ» - үҙенсәлекле ҡурсаулыҡ, һаҡланылырға тейешле уникаль объекттар етәкселектең үтә лә юғары иғтибарын талап итә. Урман юлдарында махсус патруль машиналары тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәрҙең тәртибен күҙәтеп йөрөй. Кеҫә телефонын һүндерергә ҡушыла, сөнки элемтә бал ҡорттарына ҡамасаулыҡ килтерә, был ғалимдар тарафынан күптән иҫбатланған. Белемһеҙ, рухһыҙ йәштәрҙе Шүлгәнташҡа яҡын ебәрергә ярамай.
Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.
Читайте нас: