ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Август 2018, 17:07

Бала күңеленә юл табып

Йәй - балаларҙың тәбиғәт ҡосағында ял итеп, яңы уҡыу йылына көс туплар мәле.

Йыл буйына йыйылған көсөргәнештән арынып, сәләмәтлекте нығытып алыу өсөн уңайлы осор. Балаларҙың ялын файҙалы ла, мауыҡтырғыс та итеп ойоштороусы лагерҙар районыбыҙҙа бихисап булһа ла, һәр сабыйға шәхес итеп ҡарап, уның айырым һәләттәрен асыу һәм шуларҙы үҫтереү өҫтөндә эшләгәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Нөгөш ҡасабаһында урынлашҡан “Горный воздух” ял итеү үҙәге тап һуңғылар исемлегендә. Уның эш башлауына ни бары ике генә йыл. Сағыштырмаса “йәш” булыуына ҡарамаҫтан, күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнгән был үҙәк һәр смена һайын 300 -ҙән артыҡ баланы йыя.
Быйыл да беренсе сменала 300, икенсе һәм өсөнсө сменаларҙа 330-ҙар бала һаулығын нығытһа, дүртенсе сменала ла шул сама 7 йәштән 16 йәшкәсә бала ял итә.
Бында каникулдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Футбол, өҫтәл теннисы, волейбол уйындарынан тыш Президент ярыштары кеүек саралар ҙа ҡаралған. Шулай уҡ ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәр ҙә үҙҙәрен ошонда һынап ҡарай ала. Робототехника, ағасҡа һәм ебәккә яндырып рәсем яһау,
3Д моделләштереү, квиллинг буйынса төрлө түңәрәктәргә йөрөүселәр һаны йылдан-йыл артып тора.
Ижади һәләтлеләр иһә “Күңелле бейеүҙәр”, “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” кеүек сараларҙа асыҡлана. Бында ял итеүселәр бер нисә әкиәтте үҙҙәренсә үҙгәртеп, уларҙы “Әкиәттә ҡунаҡта” сәхнәләштереп күрһәтә.
Үҙәктең үҙ Президенты ла ял итеүселәр араһынан һайлап ҡуйыла һәм ул өс көнгә бер алышынып тора. Үҫеп килеүсе шәхестә лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә, һәр баланың мөмкинлектәрен асыҡлауға йүнәлтелгән ошо йолаға ярашлы, лагерҙың мауыҡтырғыс тормошо хаҡында яҡтыртып тороусы журналистарын да ял итеүселәр араһынан һайлап алалар.
«Горный воздух» та бөтәһе 10 отряд бар, уларҙың һәр береһендә тәрбиәселәр, вожатыйҙар һәм ирекмәндәр эшләй. Ҡасандыр үҙҙәре ошо үҙәктә ял итеп киткән ҡыҙҙар һәм малайҙар бында вожатыйҙар һәм ирекмәндәр булып эшкә ҡайта. Улар араһында Мәскәү, Сорғот, Өфө ҡалаларынан килгәндәр бар.
- Беҙ балаларҙың ялын ойоштороу менән генә сикләнмәйбеҙ, көсөбөҙҙө һәр ҡайһыһының һәләттәрен асыуға йүнәлтәбеҙ, - ти үҙәктең директоры Юрий Васильевич Брежнев.
Тәрбиәләнеүселәр үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап йәшәйҙер, тип уйлау төптө хата фекер, сөнки уларҙың донъя кимәлендә уҙған “Чунга-Чанга” конкурсында яуланған еңеүҙәре, билдәле Рәсәй йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһауҙары күп нәмә хаҡында һөйләй.
Робототехника менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең күплеген күҙ уңында тотоп, роботтарҙың деталдәрен эшләүсе фризер станогы һатып алдыҡ, хәҙер уларҙы үҙебеҙ етештерәсәкбеҙ,- ти етәксе. Заманса стадион да балалар өсөн төҙөлгән. Киләсәктә технопарк булдырыу ҙа етәкселектең тәүмаҡсаттарының береһе.
Балаларҙың туҡланыуына ла ҙур иғтибар бирелә үҙәктә. Улар тәбиғи аҙыҡ менән генә туҡлана, иттең тик һыналған хужалыҡтарҙан ғына алыныуын әйтеп үтте Юрий Васильевич.
Әйтергә кәрәк, “Горный воздух” ваҡытты файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә теләүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итә. Бында ял көндәрендә һәм каникулдарҙа ата-әсәләре менән бергә килеүселәр ҙә байтаҡ. Ҡышын тюбингтарҙа, саңғыла, тимераяҡта шыуып рәхәтләнергә була, ҡар санаһын үҙ итеүселәргә иһә «тимер атты” йүгәнләргә мөмкин.
Ял итеү үҙәгендә сит телдәр өйрәнеү менән дә шөғөлләнәләр, мәҫәлән, беренсе сменала ҡытай теле нескәлектәренә төшөнгәндәр. Балаларға башҡа милләт мәҙәниәте менән танышыу, иероглифтар өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы булды, ти тәрбиәселәр. 2021 йылда улар үҙ тәрбиәләнеүселәрен Ҡытайға алып бармаҡсылар.
Уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән алдынғы ҡарашлы балалар көҙгө һәм ҡышҡы каникулдарын да “Горный воздух» та уҙғара. Уларҙы тәжрибәле уҡытыусылар төрлө конкурс-олимпиадаларға әҙерләй.
Бында бер тапҡыр килеүселәр, ғәҙәттә, ял итеү урыны итеп йыл һайын ошо үҙәкте һайлай. Салауат ҡалаһының “Юрматы” хоккей командаһы тренеры ла бында ике йыл рәттән ял итеүҙәрен һөйләне. Команда составындағы үҫмерҙәргә лә бындағы яҡшы шарттар, тәрбиәселәрҙең яҡшы мөғәләмәһе оҡшай. Улар бында көс йыя, үҙҙәрен физик яҡтан нығыта.
Балалар махсус ҡуйылған бассейндарҙа һыу инә, улары йылытыу, химик һәм механик таҙартыу ҡоролмаларына тоташҡан, бассейндағы һыуҙың температураһы ла бер кимәлдә тотола.
Үҙәктең директоры Юрий Васильевич тәрбиәләнеүселәре, уларҙың һәләттәре һәм уңыштары хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
Ул киләсәк быуындың мәнфәғәтен ҡайғыртып, изге эштең башланғысында ярҙам ҡулы һуҙған район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычковҡа, шәхси эшҡыуарҙар Е. Алябушевҡа, А. Пилтоянға, В. Евграшинға, С. Пилтоянға рәхмәтле.
Юрий Васильевич менән аралашҡанда саҡта, уның балаларға ҡарата ихласлығын, уларҙың һәр ҡайһыһына ҡарата изге мөнәсәбәттә булыуын тойҙом. Үҫмерҙәр менән эшләү өсөн шарттар булдырыу ғына аҙ шул, уларҙың күңеленә юл таба белеү ҙә мөһим.
Читайте нас: