ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Август 2018, 17:21

Мәләүездәргә яҡшы бүләк буласаҡ

Ҡалала “Спартак” стадионын реконструкциялау буйынса эш дауам итә.

Билдәле булыуынса, спорт объекты “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 яңы объект” проектына ярашлы төҙөкләндерелә. “Стадионды үҙгәртеп ҡороу менән бәйле эштәр план буйынса бара, - ти төҙөлөштө алып барған “РТ-ГРУПП” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Рөстәм Ғәйнетдинов. - Реконструкцияның беренсе этабында административ-хужалыҡ бинаһын төҙөү планлаштырылған. Ҡаланың “Мастер-А” төҙөлөш компанияһы ташсылары тиҙҙән уның ҡумтаһын тамамлай. Алдағы аҙнала ҡыйығын ябып, тәҙрәләрен ҡуйыу, фасадты, йәғни бинаның алғы яғын төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ алда электр, һыу, йылылыҡ үткәреү эштәре тора. Ғөмүмән, бина менән бәйле эштәрҙе быйыл тамамлаясаҡбыҙ. Унда спортсылар һәм сәләмәт тормош һөйөүселәр өсөн душ, сисенеп-кейенеү, көнкүреш-хужалыҡ бүлмәләре, комментаторҙар өсөн айырым кабинет, ҡунаҡтарға vip-бүлмә урынлашасаҡ”.

Реконструкцияның икенсе этабында дөйөм майҙаны 3 мең 600 квадрат метр булған биләмәне төҙөкләндереү, йәғни стадиондың үҙен төҙөү ҡаралған. Футбол яланы, баскетбол, волейбол майҙансығы, шулай уҡ еңел атлеттар юлы булған спорт аренаһы алдағы йылдың ноябрендә, атап әйткәндә, республика халҡы Башҡортостандың йөҙ йыллығын билдәләгән осорҙа, тантаналы шарттарҙа тапшырылырға тейеш.
СССР халыҡтары спартакиадаһы, спидвей буйынса СССР чемпионаты кеүек ҙур спорт саралары үткәрелгән, билдәле эстрада йондоҙҙарын ҡабул иткән, бынан тыш, футбол, еңел атлетика, уҡтан атыу буйынса республика ярыштары ойошторолған стадиондың яҙмышы мәләүездәрҙе, ысын мәғәнәһендә, борсой ине. Ниһайәт, 2005 йылдан алып буш торған майҙанда төҙөлөш эше киң йәйелгән. Төҙөкләндерелгән “Спартак” һауыҡтырыу комплексы район-ҡала халҡы өсөн юбилейға яҡшы бүләк буласаҡ.
Һүрәттә: йәмғиәттең тәьминәт начальнигы Руслан Ғәйнетдинов, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Ғәйнетдинов, генераль подрядсы вәкиле Илфат Солтанов, баш белгес Алексей Замятин, эш барышы тураһында фекер алыша.
Автор фотоһы.
Читайте нас: