ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Сентябрь 2018, 16:53

"Башҡортостан" милли паркы

Йыл әйләнәһенә "Башҡортостан" милли парк биләмәһендә туристар ял итә.

“Башҡортостан” милли паркы 1986 йылдың 11 сентябрендә ойошторола.
Уға Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен районы ерҙәре һәм 3,8 мең кеше йәшәгән 15 тораҡ пункты инә.
Милли парктың дөйөм майҙаны - 92 мең гектар. Шуның 83,2 мең гектары (дөйөм майҙандың 90,4 %) милли парк биләй, ҡалғаны -
айырым ҡулланыусыларҙыҡы һәм милек хужаларыныҡы. Паркта даими экология өмәләре, төрлө акциялар ойошторола. Биләмәлә умартасылар фестивале, фәнни конференциялар, спорт ярыштары уҙғарыла.
Урмандар 79,2 мең гектарҙы биләй, ул биләмәһенең 95,0 процентын тәшкил итә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 75-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: