ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Сентябрь 2018, 19:02

Туризмды үҫтереү

«Янғантау» Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән беренсе геопарк була.

ЮНЕСКО белгестәре «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереүгә Башҡортостан ғаризаһын юғары баһаланы. “Геологик парктар буйынса Бөтә донъя советы беҙҙең «Янғантау» геологик паркы биләмәһен үҙенең исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте, беҙ унда булабыҙ. Үҙ яғыбыҙҙан ошо урынды шул иҫәптән туристар өсөн төҙөкләндерергә, ҡарарға тейешбеҙ. Беҙҙә шулай уҡ геопарк статусы алырҙай тағы ике-өс майҙансыҡ бар. Ул геологик парктарҙы үҫтереү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы флагманы булырға мөмкинлек бирә”, - тине республика Башлығы. Шулай итеп, «Янғантау» Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән беренсе геопарк була.
Читайте нас: