ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Октябрь 2018, 18:42

Ихтыяр һәм рух көсө

Харрас ағай Байғазин менән бер тапҡыр осрашҡандан һуң да уның ихтыяр һәм рух көсө, төшөнкөлөктән арындырып, яҡтылыҡҡа әйҙәй, йәшәргә дәрт бирә.

Харрас ағай Байғазин менән бер тапҡыр осрашҡандан һуң да уның ихтыяр һәм рух көсө, төшөнкөлөктән арындырып, яҡтылыҡҡа әйҙәй, йәшәргә дәрт бирә. Уның менән әңгәмә шул тиклем фәһемле, башҡаларҙы, йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итә. Яҙмышы ниндәй генә ҡатмарлы булһа ла, күңел сафлығын, кешелеклеген юғалтмаған ул. Көслө шәхес тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп кенә ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешеүгә лә ирешә.
Тәбиғәттән бирелгән ижади һәләте тамашасыны һөйөндөрә. Тәрән йөкмәткеле шиғырҙары йөрәккә үтеп инә, уларҙы көйгә лә һала ул. Уның йырҙарын танылған артистар ҙур сәхнәләрҙә яңғырата. Харрас Фәүриәт улы үҙе лә мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаша, моңло тауышы менән тамашасыны шатландыра.
Миләүшә ИШБУЛАТОВА, “Бөркөт” клубы рәйесе.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: