Конгэк
+10 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Ғинуар 2019, 22:59
Серле таяҡтар сихәте
Олоғайғанда ла йүгертә
Скандинавса йөрөү халыҡ араһында бик популяр спорт төрөнә әйләнде. Хәҙер уларға өйрәндек тә инде. Европанан килеп ингән спорт төрө икән. Был йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта, умыртҡа бағанаһын турайта һәм ауыртыуҙы ла кәметә. Тәндең бөтә мускулдарын “эшләтә”, ә уның артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итеүе тураһында бәхәс тә юҡ.
Оло йәштәгеләр араһында Нөгөш ҡасабаһында Айгөл Фазләхмәтова ойошторған был шөғөл бер йыл дауам итә. Ошо арала был спорт төрөнә ун биш кеше ҡушылған. “Мин Һәргәй ауылынан әле бер үҙем генә йөрөйөм. Баштараҡ сәйер кеүек тойолһа ла, бик тиҙ өйрәндем. Скандинавия йөрөшөн һәр кемгә тәҡдим итәбеҙ. Өлкән йәшкә еткәс, айырыуса файҙалы икән был спорт төрө. Үҙемде бик еңел тоям, күңел күтәрелә, бик ҡыуанып йөрөйбөҙ”, - ти Клара Яманаева.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты