Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Июль 2019, 18:02

Һиндостандан - ҡыҫала тоторға

“Иштуған” мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты, Республиканың туризмды йәйелдереү үҙәге, район Хакимиәте етәкселеге ярҙамында быйыл өсөнсө тапҡыр ҡыҫала тотоу фестивале ойошторолдо.

“Иштуған” мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты, Республиканың туризмды йәйелдереү үҙәге, район Хакимиәте етәкселеге ярҙамында быйыл өсөнсө тапҡыр ҡыҫала тотоу фестивале ойошторолдо.
Был хужалыҡ былтыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған “Rashen event awards” милли премия конкурсында махсус призға лайыҡ булғайны.
Фестивалде асып, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризмды йәйелдереү комитеты вәкиле Радмир Сафин, үҙ көстәре менән сараны ойошторған база директоры Сергей Колесниковҡа, ярҙамсыһы Рина Гринбергҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Бында әле 500-ҙән ашыу кеше ял итергә килде. Этномәҙәни туризмды үҫтереүҙе, ғаилә менән ял итеүҙе популярлаштырғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм”, - тине район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Таймаҫов. Сығыштарҙан һуң һәр ял итеүсе ҡатнашыусыға әйләнде. Былтыр балта оҫтаһы Руслан Ҡауыев юнған ҡыҫала алдында кемдер фотоға төштө, кемдер Салауат ҡалаһынан килгән волонтёрҙар ярҙамында таштарҙан ҡыҫала арт-объектын эшләргә йүнәлде.
Өфө медицина унивеситетында белем алған Һиндостан студенттарын фотоға төшкән мәлендә тап иттек. Улар һуңғараҡ “Кабадди” һинд милли уйынын балаларға өйрәтте, концерт номеры менән сәхнәлә сығыш яһаны.
Дауамын гәзиттең 57-се һанында уҡығыҙ
Читайте нас: