ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Август 2019, 11:20

Спортты юлдаш итеп

Район һәм ҡалабыҙҙа спортты, физкультураны, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта. Һөнәрмәндәр түгел, уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Спортсылар республика, Рәсәй һәм Европа кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙ данын яҡлап, уңышлы сығыш яһай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Физкультурниктар көнө уңайынан Спорт һарайында ҙур байрам ойошторолдо. Бында уҡыусылар, физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, ғөмүмән, спортты үҙ итеүселәр йыйылды. Һөнәри байрам менән ҡотлап, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа нәҡ спорт һөйөүселәрҙең өлөшө ҙур һәм был хеҙмәт, ысын мәғәнәһендә, етәкселек тарафынан хуплау, яҡлау тапҡанлығын билдәләне.
Йола буйынса был көндә физкультура өлкәһендә ҙур уңышҡа өлгәшкәндәрғә Рәхмәт хаттары тапшырылды. "Ҡала һәм районда физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн шарттар булдырылған. Мәләүез - һәр ваҡыт беренселәр рәтендә. Һеҙгә уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем”, - тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Сергей Макаров. Шулай уҡ каратэ, бокс, бейеү түңәрәгендә йөрөүселәр сығыш яһаны. Һуңынан өҫтәл теннисы, футбол, волейбол, бокс, баскетбол ярыштары уҙҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: