ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2019, 17:57

Спорт берләштерә

Күптән түгел 1-се гимназияла 2007-2008 йылғы уҡыусыларҙың ҡатнаш командалары араһында волейбол буйынса Ергән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселеге үтте.

Күптән түгел 1-се гимназияла 2007-2008 йылғы уҡыусыларҙың ҡатнаш командалары араһында волейбол буйынса Ергән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселеге үтте. Унда 8-се мәктәп, 9-сы башҡорт гимназияһы, 1-се гимназия, Нөгөш, Воскресенский, Ергән һәм Первомай ауылдары мәктәптәр ҡатнашты. Егеттәр бөтә көстәрен һалып ярышты. Һөҙөмтәлә, Воскресенский спортсылары еңеүсе булды. Икенсе урынды 1-се гимназия, өсөнсө урынды первомайҙар алды.

***

Шулай уҡ яңыраҡ ҡына Күмертау ҡалаһында ла педагогия колледжы һәм 3-сө республика гимназия-интернатында 2007-2008 йылғы ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса республика турниры үтте. Ул ҡалалағы “Күмертау сәләмәтле ғүмер өсөн!” тигән девиз менән Һаулыҡ аҙнаһына һәм Физкультурниктар көнөнә бағышланды. Турнирҙа Күмертау һәм Нефтекама ҡалаһынан, Ғафури һәм Мәләүез райондарынан 8 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, Нефтекама ҡалаһы беренсе урынды, Күмертау – икенсе һәм Мәләүез районы өсөнсө урынды яуланы.

***

Сентябрь аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Унда балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары һәм тренер-уҡытыусылары ла ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составы менән бергә беҙҙең спортсылар түбәндәге урындар алды: билбау көрәшендә Ергәндән Артур Хамитов беренсе, Игорь Прокопчук менән Айнур Шафеев икенсе урынды алған; көрәш буйынса өсөнсө урынды Смаҡ ауылы егете Батыр Юлмөхәмәтов һәм Мәләүез ҡалаһының 9-сы башҡорт гимназияһынан Айнур Хисаметдинов алды.
Сөмбөл ДАУЫТОВА әҙерләне.
Читайте нас: