Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Ноябрь 2019, 18:10

Республика сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған төбәктәр иҫәбенә инде

Башҡортостан 2019 йылда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләрҙең күплеге буйынса Рәсәйҙең 10 төбәге исемлегенә инде, тип хәбәр итә РБК.

Башҡортостан 2019 йылда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләрҙең күплеге буйынса Рәсәйҙең 10 төбәге исемлегенә инде, тип хәбәр итә РБК.
Росстат йыл дауамында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған граждандарҙы иҫәпләгән – Рәсәйҙә улар 12% тәшкил иткән. Башҡортостанда иһә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған кешеләр – 19,7%.
Росстат сәләмәт йәшәү рәүешен алып барғандарҙы түбәндәге шарттар буйынса иҫәпләп сығарған: тәмәке тартмау; көн һайын 400 грамдан кәм булмаған йәшелсә, емеш-еләк ашау; физик әүҙемлек; тоҙҙо сама белеп ҡулланыу (тәүлегенә 5 грамдан күп түгел) һәм алкоголде аҙнаһына ир-егеттәргә – 168 грамдан, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 84 грамдан артыҡ эсмәү. Сәләмәт йәшәү рәүешен билдәләү методикаһын Росстат 2019 йылдың мартында раҫлаған.
Рейтингта тәүге өс урынды Ингушетия (48,8%), Ҡырым (29,2%) һәм Адыгея (28,8%) биләй.
Аҙ күрһәткестәр: Чукотка автономиялы округы – сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар 0,4% тәшкил итә, Тыва – 1,1% һәм Ненец автономиялы округы – 2,1%.
Читайте нас: