ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Ноябрь 2019, 18:22

Башҡортостанда Өфөнән Яңы Абҙаҡҡа «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә

30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә. «Урал легендаһы» туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөр тип күҙаллана. Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә.

30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө - Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә. «Урал легендаһы» туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөр тип күҙаллана. Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә.
Быйыл юл хаҡы түбәнерәк - 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға һәм студенттарға билет тағы ла арзаныраҡҡа төшә - 327 һум 60 тин, балаларға иһә 163 һум 80 тин.
Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Өфө - Асы - Айғыр - Белорет - Яңы Абҙаҡ маршрутын бер, ике һәм өс вагонлы махсус рельс автобустары хеҙмәтләндерә.
Өфөнән «Урал легендаһы» урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа төшкө 2-се 7 минутҡа барып етә.
Ә Яңы Абҙаҡтан поезд киске 6-сы 21 минутта юлға сыға, төнгө 12-се 17 минутҡа Өфөлә була.
Читайте нас: