Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Ноябрь 2019, 17:34
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионына ҡаршы уйнайаршы уйнай
14 ноябрҙә Мәскәүҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионына һәм көнбайыш конференцияның бөгөнгө лидеры ЦСКА-ға ҡаршы уйнай. Игорь Никитин тәрбиәләнеүселәре ағымдағы миҙгелдә 26 уйын үткәрҙе, унда 40 мәрәй йыйҙы. Мәскәүҙәрҙең иҫәбендә 19 еңеү һәм ете еңелеү. Һуңғы ике осрашыуҙа улар овертаймда «Спартак»тан (2:3) һәм «Нефтехимик»тан (1:4) еңелде.

«Салауат Юлаев» 26 уйында 33 балл йыйҙы: 15 еңеү һәм 11 еңелеү. Лиганың ағымдағы даими чемпионатында Николай Цулыгин командаһы йыш ҡына төп ваҡыттың сиктәренән сыға: овертаймда һәм буллиттар серияһында еңә йә еңелә. Һуңғы ике осрашыуҙы «юлаевсылар» уңышлы тамамланы: Өфөлә Минскиҙың «Динамо»һын (9:1) һәм сит майҙанда овертаймда Риганың «Динамо»һын (2:1) еңде.
Бөгөн «ЦСКА Арена»лағы уйынға популяр ставкаларҙың береһе - хужаларҙың төп ваҡытта еңеүе. Ләкин Өфө клубы Мәскәүҙән ике мәрәй менән ҡайтыр тигән варианттар ҙа бар.
Осрашыу Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы 30 минутта башлана. Тура трансляция - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, КХЛ ТВ һәм «Ҡурай ТВ» (башҡорт телендә).
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит