Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2019, 16:46

Юғары һөҙөмтәгә өлгәштеләр

Күптән түгел Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры үтте. Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы, “Хәрби туғанлыҡ” ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Турнирҙа ир-егеттәр туғыҙ, үҫмерҙәр һигеҙ ауырлыҡ төркөмөндә көрәште. Унда Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан бөтәһе 253 спортсы көс һынашты. Ергән спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Үҙ төркөмөндә Марсель Мырҙагилдин (Смаҡ) беренсе урын яуланы. Флорид Мортазин, Ислам Кәшәфетдинов (9-сы гимназия), Игорь Прокопчук (Ергән) икенсе урынға лайыҡ булды. Оло йәштәгеләрҙән Артур Хәмитов (Ергән) өсөнсө урынға сыҡты.

Гүзәл САФРОНОВА, Ергән спорт мәктәбе директоры урынбаҫары.
Читайте нас: